Белорет ҡалаһында төҙөлөш миҙгеле башланғандан алып йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә тотондолар. Ағымдағы йылда бында бер юлы бер нисә объектты ремонтлайҙар, улар иҫәбендә – Уҡытыусылар скверы, Ағиҙел күпере янында яр буйы, ҡала ЗАГСы янындағы биләмә һәм В. Блюхер исемендәге һәйкәл. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан финанслана. Мәҫәлән, бөгөнгө көнгә ЗАГС эргәһендә яңы йәмәғәт киңлеген төҙөү 90 процентҡа тамамланған. Проектҡа ярашлы, бында заманса фотозоналы ял зонаһы төҙөкләндерелә, шулай уҡ яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла, яңы йәйәүлеләр юлдары һалына, биләмә йәшелләндерелә, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыла. 2022 йылда Белорет халҡы Блюхер исемендәге һәйкәл янындағы биләмә өсөн йыл һайын Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы уҙғарған Бөтә Рәсәй рейтинг онлайн тауыш биреүендә тауыш бирҙе. Уны дүрт этапта төҙөкләндерергә хәл ителде, шуларҙың өсәүһе тормошҡа ашырылды ла инде – һәйкәл янында балалар
Милли проект ярҙамында Белоретта уңайлы һәм заманса мөхит булдырыла
27 августа 202427 авг 2024
1 мин