Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир әсәһенә - миҙал!

Ғәскәри часть командиры бойороғона ярашлы, Рәмзилә Ғариф ҡыҙы Юлдашбаева "МХО-ла ҡатнашыусының әсәһе" иҫтәлекле миҙалына лайыҡ булды. Был награда Донецк, Луганск халыҡ республикалары һәм Украина территорияһында махсус хәрби операция барышында уның улының бурыстарын батырлыҡ менән үтәгәне өсөн тапшырыла. Миҙал - ҡатмарлы ваҡытта Ватанға хеҙмәт итеүҙә күрһәткән тоғролоғон, сыҙамлығын һәм ҡаһарманлығын таныу билдәһе.Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Рәмзилә Ғариф ҡыҙы районда был наградаға лайыҡ булған беренсе кеше була, шуның менән уның ил һәм армия алдындағы ҙур ҡаҙаныштарын һыҙыҡ өҫтөнә ала.Беҙ был маҡтаулы награда алыуы менән Рәмзилә Юлдашбаеваны ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныслыҡ теләйбеҙ! Фото һәм текст сығанағы: Раян Атанбаев.