Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 августан 28 авгусҡа тиклем участка һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау тураһында хәбәр итеү өсөн фатир (йорт) һайын йөрөйәсәк. Йөрөүсе – участка һайлау комиссияһы ағзаһы: 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау уҙасағы тураһында иҫкәртә; һайлау участкаһында, өйҙә йәки “Мобиль һайлаусы” механизмын файҙаланып, барған урынығыҙҙа тауыш биреү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирә; тауыш биреү бинаһы адресын хәбәр итә, һайлаусы исемлегендәге мәғлүмәттәрҙе тикшерә, кандидаттар тураһында мәғлүмәт бирә. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, БР Үҙәк һайлау комиссияһы ойошторған күп каналлы 8-800-0347-5454 телефоны буйынса “Ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom