Күңел түренән Һәр ата-әсәнең иң яратҡан балаһы булалыр, күрәһең. Ни эшләп улай килеп сыға – аңлай алмайым. Бәлки, үҙем әсәй булғас аңлармын. Тик әлегә бөтөнләй кейәүгә сығырға теләгем юҡ. Сөнки ғаилә ул – балалар. Мин дә әсәйем кеүек балаларымды айырып ҡарарымды уйлаһам, бөтөнләй сабый тапҡым килмәй. Атай, бигерәк тә әсәй, һәр саҡ минән ике йәшкә генә кесе һеңлемде ныҡ яратты. Миңә ярамаған бар нәмә уға рөхсәт ителде. Ун бер класты бөтөргә теләгем булһа ла, әсәйем “һөнәр алып эшләргә беҙгә ярҙам итергә тейешһең” тип ҡабаландырҙы. Стәрлетамаҡҡа сығып киттем. Училище бөттөм. Бер килке эшләгәс, ситтән тороп юғары белем алдым. Ата-әсәй минең нимәгә йәшәүем менән һирәк ҡыҙыҡһынды. Тик эшләй башлағас ай һайын аҡса һорау башланды. Һеңлемдең күлдәк-тундарына аҡса етмәгән икән. Уны көсләп ун бер класты бөтөргәнсе уҡыттылар. ЕГЭ-ларҙы бирә алманы барыбер. Бер ҡайҙа ла эшләргә урынлашманы, уның ҡарауы бала тапты. Хәҙер әсәйҙәр һеңлемә генә түгел, ә уның балаһына ла аҡса таптыра башланы. Ай һайын