Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Дуҫтар һатылмай", ти Вилнур

- Руся Рәсәй көнөндә тыуған, шуға күрә ошондай исем йөрөтә. Уның төҫө - алмасыбар. Мин бала саҡтан уҡ шундай ат тураһында хыяллана инем. Уны күргәс тә, хужаларына инеп, һатыуҙарын һораным, тик улар риза булманы. Кәйефем төштө, әммә күңелем ниндәйҙер өмөт менән тулы ине. Һәм шула булды ла: күпмелер ваҡыттан һуң үҙҙәре шылтыратты: “Атыңды килеп ал” – тинеләр. Хәҙер Русяға 10 йәш. Ул көслө, сабыр, аҡыллы һәм бик тоғро. Беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлайбыҙ. Шуға күрә "Ылаҡ" уйынында берҙәм эшләйбеҙ, - ти Вилнур. Әйткәндәй, беренсе “Башҡорт аты”нда ситтән килгән делегацияларҙың береһе Вилнурға Русяны һатырға тәҡдим иткән. 500 мең һумға өгөтләгәндәр, әммә хужа был тәҡдимде ҡәтғи рәүештә кире ҡаҡҡан. "Дуҫтар һатылмай", - ти Вилнур. Ә былтыр Руся өсөн ике айғыр вәғәҙәләгәндәр. Былтыр Руся фестивалгә Граф исемле ҡолоно менән килгәйне. Быйыл Граф сарала ҡатнашмай. Әммә хужалар уны киләсәктә ылаҡта ҡатнашыуға әҙерләй.