Найти в Дзене

“Юғалған кешеләр йыш ҡына табылып тора, тик беҙҙең улыбыҙ һаман да юҡ...”

“ЛизаАлерт” эҙләү отряды хәбәр итеүенсә, Дамир Әҙеһәмов юғалған ерҙә яңы емерелеп төшкән урындарҙы тапҡандар. Тиҙҙән улар белгестәр тарафынан тикшереләсәк. “Ufa1.ru” порталы ошо ситуацияға бәйле Дамирҙың әсәһе менән әңгәмәләшкән. – Эҙләүҙәр бара, бөтә версиялар ҙа ҡарала. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, Тәфтиш комитеты эш алып бара, әлегә һөҙөмтә көтәбеҙ. Юғалған кешеләр йыш ҡына табылып тора, тик беҙҙең улыбыҙҙы һаман таба алмайҙар. Уны барыһы ла эҙләй – “ЛизаАлерт” та, “Башрегионспас” та, тик әлегә һаман һөҙөмтә юҡ. Мәғлүмәт көтәбеҙ, – тигән Дамирҙың әсәһе Гүзәл Әҙеһәмова. “ЛизаАлерт” отряды хәбәр итеүенсә, йәйәү йөрөгән төркөмдәрҙең эшенә оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар һәм ташҡын ҡамасаулай. Тик шулай ҙа эҙләүҙәр туҡтатылмай. Фото: ЛизаАлерт.