Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ни өсөн Гөлназ Асаеваны "уҫал килен" тиҙәр?

Популяр йәш йырсы Гөлназ Асаева үҙенең тормошо менән интернет дуҫтарын даими таныштырып бара. Был юлы улар ғаиләһе менән иренең ауылына ҡайтҡан. Баҡтиһәң, Вилдандың туғандары Гөлназды "беҙҙең уҫал киленебеҙ" тип йөрөтә икән. "Беҙ Вилдандың ауылында. Уңған килен булып ҡыланам. Хатта һауыт-һаба йыуа беләм", - тип яҙған ул һауыт-һаба йыуғанда төшөргөн видеоһында. Уның янында ҡәйнәһе лә күренә. "Мине "беҙҙең уҫал киленебеҙ" тип йөрөтәләр", - тип тә ҡуя. Ул Вилдан яғынан туғандарын, ҡайныһын да күрһәткән. "Был - минең ҡайным. "Красавчик", эйеме" - тип тә маҡтап ала "уҫал килен"."Килендәш ҡайтты. Мин инде ирекле, тәмле нәмәләр ашап йөрөйөм. Ваҡ бәлеш яһаныҡ, шундай уңған беҙҙең бәләкәй киленебеҙ", - ти Гөлназ. Ысынлап та, ҡулынан да, теленән дә килә "уҫал килен"дең, ә моңо - барыһын да хайран итә. Фото һәм текст сығанағы: "Интертат".