“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлап алғанда ирекмәндәр баһалап бөткөһөҙ эш башҡара. Балаҡатай районы халҡы һәм волонтерҙарының төҙөкләндереү объектын һайлап алыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә июндә Ыҡ йылғаһы буйында йәйәүлеләр юлы менән пляж зонаһын төҙөкләндереү башланған. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен “Стройдом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Әлеге ваҡытта “Туғыҙынсы йома” шишмәһе янында ваҡ таш түшәлгән, һыуға инеү урыны, кәмәләр өсөн төшөү урыны, пляждың нигеҙе һалынған һәм ҡом килтерелгән. Шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнер майҙансығының нигеҙе әҙер, һыуға йөҙөп йөрөүсе пирс ҡуйырға әҙер, артабан эшләү өсөн материалдар ҡайтарылған. Әлеге ваҡытта ҡарағастан йөрөү өсөн махсус юлдар әҙерләнә, эштәрҙе ағымдағы йылдың 31 октябренә тиклем тамамлау планлаштырыла. “Ике йыл рәттән активистар Балаҡатай районы кешеләренә төҙөкләндереү проекттары хаҡында һөйләп,