Найти в Дзене

Яралыларға кейем тегәләр, пакетлы сәй әҙерләйҙәр

Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында “Бал ҡорттары” төркөмө эшләп килә. Унда 40-лап кеше йөрөй. Улар яралы һалдаттарға ҡулайлаштырып кейемдәр тегергә лә, маскировка селтәрҙәре үрергә лә, башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә. – Тәүге ярҙамды 2022 йылдың көҙөндә ойошторҙоҡ. Иң беренсе кейемдәр, аҙыҡ-түлек туплап ебәрҙек. Аҙаҡ һалдаттарҙың һорауҙары буйынса кәрәк-яраҡтар әҙерләй башланыҡ. Окоп шәмдәрен, парафин шырпыларын эшләнек. Былтыр март айында Бәләбәйгә барып маскировка селтәрен үреү тәртибенә өйрәнеп ҡайттыҡ һәм ошо эшкә тотондоҡ. Райондан бер нисә ауылға станоктар эшләп таратыуҙары ла беҙҙең был эште тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе. Әле яугирҙәргә 433 маскировка селтәрен оҙаттыҡ. Маскировка селтәрҙәренә һорау ҙур булған осорҙа иртәнге туғыҙҙан 20 сәғәткә тиклем эш тынманы. Әле ғәҙәттә төшкә тиклем үрәбеҙ. Материал менән тәьмин итеүҙә ауыл халҡы ла ярҙам итә. Изге эштә ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, –

Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында “Бал ҡорттары” төркөмө эшләп килә. Унда 40-лап кеше йөрөй. Улар яралы һалдаттарға ҡулайлаштырып кейемдәр тегергә лә, маскировка селтәрҙәре үрергә лә, башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә. – Тәүге ярҙамды 2022 йылдың көҙөндә ойошторҙоҡ. Иң беренсе кейемдәр, аҙыҡ-түлек туплап ебәрҙек. Аҙаҡ һалдаттарҙың һорауҙары буйынса кәрәк-яраҡтар әҙерләй башланыҡ. Окоп шәмдәрен, парафин шырпыларын эшләнек. Былтыр март айында Бәләбәйгә барып маскировка селтәрен үреү тәртибенә өйрәнеп ҡайттыҡ һәм ошо эшкә тотондоҡ. Райондан бер нисә ауылға станоктар эшләп таратыуҙары ла беҙҙең был эште тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе. Әле яугирҙәргә 433 маскировка селтәрен оҙаттыҡ. Маскировка селтәрҙәренә һорау ҙур булған осорҙа иртәнге туғыҙҙан 20 сәғәткә тиклем эш тынманы. Әле ғәҙәттә төшкә тиклем үрәбеҙ. Материал менән тәьмин итеүҙә ауыл халҡы ла ярҙам итә. Изге эштә ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, – тип һөйләп алып китте “Бал ҡорто” ирекмәндәр клубын ойоштороусы Лилиә Шаймарҙанова. Әйткәндәй, Лилиә Мәҡсүм ҡыҙы һөнәре буйынса уҡытыусы. Үҙенең туғандары араһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәр булыуы ла уны ошо изге эште ойоштороуға этәрә. Дөйөм изге сарала ҡулдарынан килгәнсә балаларҙың ҡатнашыуы ла уларҙың илһөйәр булып үҫеүенә йоғонто яһай. Былтыр ноябрь тирәләрендә “Бал ҡорттары” йәнә бер етди эшкә тотонған. Улар госпиталдәрҙе шефлыҡҡа алған. Был эштәрҙе Октябрьский ҡалаһының “Оберег” төркөмө ирекмәндәре менән берлектә башҡаралар. Ике оверлог, һигеҙ теген машиналары хәстәрләп, госпиталдәр өсөн бәйләү, беркетеү повязкаларын, ятҡан яралыларға кейергә уңайлы итеп эске кейемдәрҙе тегә башлайҙар. Оҫталыҡ дәрестәре үтеп медицина салфеткаларын да эшләргә өйрәнеп алғандар. Һалдаттарҙың һорауы буйынса тегә башлаған ампутацияланған аяҡ-ҡулдар өсөн чехолдар ҙа һорау менән ҡулланыла. Былар барыһы ла яугирҙәргә уңайлы булһын өсөн эшләнә. Материалдарҙың береһе лә әрәм ителмәй. Хатта ҡоралды таҙартыу өсөн сепрәктәр итеп тә файҙаға яраталар. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн бина ла бар. Ләкин өлгөрмәгәнен өйгә алып ҡайтып эшләү ҙә ғәҙәткә ингән. Олоһо ла, йәше лә изге эштән ситтә ҡалмай. Ҡышҡы һалҡындарҙа һалдаттарҙың аяҡтары өшөмәһен өсөн 90 йәшлек инәйҙәр ҙә өйҙәрендә ойоҡбаштар бәйләгән. Хатта 20-нән артыҡ ойоҡбаш бәйләүселәр булған. Тыуған яҡтың шифалы үләндәренең тәмен онотмаһын өсөн пакетлы сәйҙәр тултырыу ҙа быйыл ҡышын башланған эш. Ҡара сәйгә өҫтәп шифалы үләндәрҙе тултыралар. Пакеттарға үләндәрҙең исемдәрен дә яҙып ҡуйыуҙары ла уңайлы. Лилиә ШАЙМАРҘАНОВА (“Бал ҡорттары” ирекмәндәр клубының етәксеһе): – Тарҡаҙы ауылының махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам цехында 2200 тирәһе беркетә торған косынкалар, 2700-ҙән ашыу таҫтамал, 1700-ҙән артыҡ эске кейем, 510 ампутацияланған аяҡ-ҡулдар өсөн чехолдар, 60-тан ашыу шорты тектек. Бынан тыш 24 меңдән артыҡ медицина салфекаларын, 3600-гә яҡын окоп шәмдәре, 93 меңдән артыҡ парафин шырпылары, 433 маскровка селтәрҙәре эшләнек, 12 меңдән ашыу фитосәй пакеттары тултырҙыҡ һәм башҡа кәрәк -яраҡтар ебәрҙек. Яугирҙәрҙән рәхмәт ишетеү, уларға ярҙам итә алыуыбыҙ беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Шуға һәр эшебеҙҙе “Бисмилла” әйтеп изге теләктәр менән башлайбыҙ. Яугирҙәрҙең командованиеһынан беҙ ике Рәхмәт хаты менән бүләкләндек. Фотолар: “Бал ҡорттары” төркөмөнән.