Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Ҡолош ауылын газға тоташтырыу тантанаһы үтәрелде. Ул “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Рәсәй төбәктәренә газ үткәреү буйынса 2021-2025 йылдарға программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарылды. Газ факелен яндырыу тантанаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, “Газпром” йәмғиәтенең идара ағзаһы Владимир Марков, “Газпром-Межрегионгаз” компанияһының генераль директоры Сергей Густов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты. “Беҙ әле Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса барған ҙур газ үткәреү программаһының сираттағы объектын асабыҙ. “Берҙәм Рәсәй “ партияһы был эшкә әүҙем ҡушылды, бөтә тейешле ҡарарҙар ҡабул ителгән һәм хәҙер беҙ илебеҙҙең үҙгәрә барыуын күрһәткән контроль функцияларын башҡарабыҙ”, – тине Владимир Якушев. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡолош ауылы халҡын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. “Беҙ бында яҡшы кәйеф менән килдек, ауылға газ үтеүенә һәм уңайлыраҡ тормош башланыуына бик шатбыҙ”, – тине ул. – “Был – беҙҙең “Газпром” менән берлектә республика көткән мөһим мәсьәләләрҙең береһен хәл итә барыуыбыҙға бер миҫал. Президентыбыҙ раҫлаған 2025 йылға тиклемге газ үткәреү буйынса программа үтә мөһим сара булып тора. Башҡортостандың бөтә ҙур ауылдарында газ үткән, хәҙер беҙ зәңгәр яғыулыҡты бәләкәй ауылдарға индерәбеҙ. Был эш артабан да дауам итәсәк”. Ҡолош ауылы халҡы исеменән күптән көтөлгән газды үткәргән өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән бында 50 йылдан ашыу шәфҡәт туташы булып эшләгән Фәимә Исмәғилева һәм башҡалар сығыш яһаны. Автор фотоһы.
“Ҙур ауылдарҙа булды, хәҙер бәләкәйҙәрендә башлайбыҙ”
14 августа 202414 авг 2024
1 мин