Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Быйыл сейә аҙыраҡ...

Быйыл күптәрҙең баҡсаһында сейә юҡ. Шулай ҙа емеште һатып ултырусылар ҙа, ситтән алып килеүселәр юҡ түгел. Ни тиһәң дә әле сейәнең ҡыҙарып бешкән мәле. Күп хужабикәләр уны йыйып ҡайнатма, компот эшләй, ҡайһылары шул килеш туңдырғыста һаҡлай йәки киптерә. Сейә организм өсөн бик файҙалы. Емеше составында шәкәр (17,5 процент), пектин, каротин, В, С, РР витаминдары, фолий кислотаһы һәм башҡа биологик әүҙем матдәләр бар. Сейәнең япрағы төрлө витаминдарға, ферменттарға, минераль тоҙҙарға һ.б. бай. Уны ҡыуаҡ сәскә атҡан мәлдә йыйыу кәңәш ителә. Киптереү, һаҡлау — ғәҙәттәгесә. Емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы. Сейә япрағынан әҙерләнгән төнәтмә бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: киптереп ваҡланған бер ҡалаҡ сейә япрағын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Аш алдынан көнөнә өс тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә. Сейә емеше һабаҡтарынан әҙерләнгән ҡайнатма бөйөр ауыртҡанда, эс киткәндә файҙалы. Дауаны әҙерләү: ике балғалаҡ киптерелгән емеш һабаҡтарын бер стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Ҡан баҫымы юғары булған осраҡта ла сейә һуты ярҙам итә. “Уны бер стакан эскәндә, хәлегеҙҙең яҡшырыуын үҙегеҙ ҙә тойорһоғоҙ”, - ти белгестәр. Сейә емешенең һөйәгендә амигдалин тигән көслө ағыу бар. Быны оноторға ярамай. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Автор фотоһы.