Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төрлө программалар ауылдарҙы күтәрә

АУЫЛ ТОРМОШО ҺӘМ ФЕРМЕРЛЫҠ Ауылда халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлылыҡ булһа, йәштәр ҙә тыуған ерендә төпләнергә, ситкә китмәҫкә тырыша. Ауылдарҙы матурлау йәһәтенән республикабыҙҙа эшләп килгән төрлө программалар ҙа булышлыҡ итә. Учалы районының Ураҙ ауылында был йәһәттән социаль объекттарҙың матур итеп эшләп килеүенә, ял өсөн шарттар тыуҙырылыуына иғтибар иттек. Ураҙ биләмәһенә Ураҙ, Ишмәкәй, Ҡотой, Ҡолош ауылдары инә. Унда йәшәүсе халыҡ һаны 1600-ҙән артып китә. Ураҙҙа лицей асылған, унда күрше ауылдарҙан да балалар уҡый. Балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта Ҡотойҙа башланғыс мәктәп һаҡланып ҡалған. – Һәр ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб эшләй, Ураҙҙа табип амбулаторияһы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән. Уның ҡарамағында дарыухана булдырылыуы ла халыҡ өсөн уңайлы. Ураҙ, Ҡотой, Ишмәкәйҙә газ үткән. Халыҡ зәңгәр яғыулыҡ уңайлыҡтарынан файҙалана ала. Ураҙҙа үҙәкләштерелгән һыу торбалары һалынған, башҡа ауылдар ҡоҙоҡ файҙалана. Балалар, спорт майҙансыҡтары – йәш быуын өсөн! Ураҙ ауыл биләмәһе башлығы Жәлил Солтанов әйтеүенсә, улар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан әүҙем файҙалана. Уның ярҙамында юлдар рәтләнгән, шишмә төҙөкләндерелгән, резина япмалы спорт майҙансығы төҙөлгән, уның эргәһенә йәш спортсыларға кейенеп-сисенеү уңайлы булһын өсөн айырым бина ла төҙөлгән, балаларға уйнау урыны ла барлыҡҡа килгән. Быйылға ла маҡсаттары билдәле – лицей-интернат һәм балалар баҡсаһы алдына бөтә талаптарға яуап биргән ҡоймалар эшләү маҡсаты тора. Музыкаль мәктәпкә ремонт яһау ҙа - киләсәккә билдәләнгән пландарҙың береһе. Ураҙҙағы балалар, спорт майҙансыҡтарын үҙебеҙ ҙә күрҙек. Иң мөһиме - улар буш тормай. Үҫмер малайҙар спорт майҙансығына йыйыла икән, тимәк, төп маҡсатҡа өлгәшелгән. Бында йәйгеһен баскетбол, футбол уйнайҙар, ҡышын был урын хоккей майҙансығына әүерелә. – Ураҙҙа элек-электән, 1970 йылдарҙан хоккей үҫешкән. Ярыштарҙағы еңеүҙәрҙең дәлиле булып 1970-1990 йылдарҙағы кубоктар ҙа ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Хәҙерге быуын да һынатмай, элекке кубоктарға яңылары өҫтәлә бара. Шуға ла бөгөн спорт майҙансығынан йәштәрҙең өҙөлмәүе ғәжәп түгел. Элекке уйынсылар - хәҙер әүҙем көйәрмәндәр, – тине ауыл хакимиәте башлығы. Ауылды төҙөкләндереү өсөн башҡа программаларҙы ла файҙалана беләләр. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы программаһы ярҙамында Ураҙҙа социаль объекттар алдына 24 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Интернет бәйләнешен яҡшыртыу йүнәлешендә лә эш алып барыла. Былтыр “Бәләкәй ауылдарҙы һанлаштырыу” программаһында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкәндәр. Һөҙөмтәлә быйыл йыл аҙағынаса Ҡотой ауылында база станцияһын ҡуйырға тейештәр. Был иһә Ҡотойҙа, Ҡолошта интернет бәйләнеше сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Ошо ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең йәнтөйәктәрен матурлау өсөн үҙ өлөшөн индереүен өлгө итеп килтерергә мөмкин. Ошо рәүешле ураҙҙар зыяратты кәртәләүгә өлгәшкән. Башҡа ауылдар ҙа өмәләргә йыйылып, мәңгелек йортто тәрбиәле тота. Яугирҙәргә ярҙам иғтибар үҙәгендә Ураҙ биләмәһенән байтаҡ ҡына егеттәр махсус хәрби операцияла илебеҙ һағында. Улар тураһында хәстәрлек күреү тураһында ла онотмай был төбәктә йәшәүселәр. Был осорҙа яугирҙәргә туғыҙ гуманитар ылау оҙатҡандар. Клубта маскировка селтәре үреү өсөн уңайлылыҡ булдырылыуы ла изге эште башҡарырға ярҙам итә. Унан тыш һалдаттарға кәрәк булған башҡа әйберҙәрҙе лә ебәрәләр, балаларҙың хаттары, һүрәттәре лә яугирҙәргә рухи көс өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта һалдаттарҙың ғаиләләренә утын менән дә ярҙам итергә тырышалар. Фермерҙар - ауыл терәге Тамырҙарыбыҙ – ауылдарҙа. Мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы ла ауылдарыбыҙ һаҡлай. Ауыл хужалығы продукцияһы менән дә ауылдар республикабыҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Ауылдарҙы артабан үҫтереү, нығытыу өсөн Башҡортостанда эш туҡталғаны юҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәгебеҙ иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар йүнәлтә. Ауыл хужалығы үҫешеүе эш урындарын булдырыуға ла булышлыҡ итә. Был йәһәттән фермерҙар өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Тырыштар, хеҙмәт яратҡандар ҡалала булһынмы, ауылдамы был тормошта юғалып ҡалмай. Учалы районының Ураҙ ауылынан “Мансур” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Марсель Шайкамалов ете йыл самаһы элек үҙ көсө менән йылҡысылыҡҡа тотона һәм бөгөн дә һынатмай. Уның хужалығында ит йүнәлешендәге 100-ҙән ашыу йылҡы бар. Атаһы - водитель, әсәһе ашнаҡсы була. Марсель иһә бәләкәйҙән йылҡы малын ярата. – Күңелемә бала саҡтан аттар оҡшаны. Һыбай йөрөгәндә өҫтән осоп төшкәнем дә булды, ләкин был минең мөнәсәбәтемде үҙгәртмәне, – ти ул. Малдарының һанын ишәйтеү менән бер рәттән, ерҙәрен күбәйтеү тураһында ла хыяллана. Әле 200 гектар тирәһе майҙанда көтөүлек, сәсеүлек, бесәнлектәре бар. – Бер эш тә еңел түгел. Таңғы биштән төнгә тиклем йүгереп йөрөп эшләһәң, һөҙөмтә күренәсәк, – тине ҡыҫҡа ғына итеп уңышының сере тураһында әңгәмәсем. Был йәһәттән ҡатыны ла һәр ваҡыт терәк. Ауылда төпләнеү ниәттәре лә ныҡлы. Әле Ураҙҙа барлыҡ уңайлы шарттар булдырып, йорт төҙөйҙәр. Тырыш ғаиләлә ике бала үҫә. Фермер ауылына ярҙам итергә лә өлгөрә. Ауылды уттан һаҡлау өсөн янғын һүндереү резервуары алып биргән. Унан һыуҙы ҡышын да, йәйен дә алып була. 25 мең литр һыу һыйҙырышлы был резервуар ауыл өсөн ҙур ярҙам. – Иң мөһиме эш булһын. Хеҙмәттән ҡурҡып ултырғаным юҡ, – ти ул йылмайып. Тыуған ерен яратыу, хеҙмәт һөйөү – холҡондағы тап ошо сифаттар уңышҡа юл яра Ураҙ фермерына. Жәлил СОЛТАНОВ, Ураҙ ауылы биләмәһе башлығы: – Ауылды матурлау йәһәтенән киләсәккә маҡсаттар ҙур. Балалар майҙансығы эргәһен артабан да төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Юл һалынып, бордюрҙар ҡуйыласаҡ һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәренән галерея эшләнәсәк. Был йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, яугирҙәрҙең батырлығы тураһында белеп үҫеүҙәре йәһәтенән дә файҙалы буласаҡ. Һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығын хәтерләтеп торған йәнә бер изге урын бар беҙҙә. Ул – ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышына киткән ауылдаштарыбыҙға ҡуйылған “Хәрбиҙәргә - мәңгелек дан” тип исемләнгән һәйкәл. Барлығы 506 яугир һуғышҡа китһә, уларҙың 206-һы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Бөгөн иҫән ҡалған ветерандар юҡ, ләкин улар яҡташтарының хәтеренән юйылмай. Автор фотолары.