“Минең финанстарым” Бөтә Рәсәй эстафетаһының икенсе этабы 4 июлдән 30 сентябргә тиклем бара. Был сара 2030 йылға тиклем финанс грамоталылыҡты күтәреү һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыуҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Эстафетаның икенсе этабы “Тәүге аҡсалар: уны нисек эшләргә һәм тотонорға?” тигән темаға арналған. Программала эксперттар менән онлайн-осрашыуҙар, лекциялар, мастер-кластар, финанс викториналар ҡаралған. Улар тәүге эш хаҡына, финанс мәҙәниәтен формалаштырыуға арналған. Был этап тәү сиратта өлкән класс уҡыусыларына һәм студенттарға йүнәлтелгән. Моифинансы.рф порталындағы һорау алыу ҙа тәүге хеҙмәт хаҡына ҡағыла. Унда ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уның һөҙөмтәләре эстафетаның икенсе этабы башланыр алдынан иғлан ителгән. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 66 проценты бәлиғ булғанға тиклем үк аҡса эшләй башлай. 73 процент кешеләрҙең тәүге эш хаҡы әлеге ваҡыттағы һөнәре менән бәйле булмаған. 86 процент осраҡта тәүге эш биреүселәр үҙҙәрен ғәҙел яҡтан күрһәтә, һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 14 проценты алдауға юлыға. Эстафетаның тәүге этабы ғаилә бюджеты менән грамоталы идара итеү темаһына арналғайны. Фото: Рәиф БАДЫКОВ. Сығанаҡ: "Республика Башкортостан" гәзите.