Башҡортостан Республикаһы Курск өлкәһенән 34 баланы, һигеҙ оҙатыусыны ҡабул итте. Ҡунаҡтарҙы БР Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡаршы алды. 12 августа БР Башлығы хөкүмәттең Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан зыян күргән Курск өлкәһе халҡын ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе. ”Һеҙ барығыҙ ҙа Курск өлкәһендә ниндәй хәлдәр барғанын күрәһегеҙ. Ситуация бик ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Мин башлыҡҡа халыҡты, балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы раҫланым. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ. Уларға бик ауыр. Тағы бер тапҡыр әйтәм: беҙ зыян күреүселәрҙе ҡабул итергә әҙербеҙ“, — тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.