Республика туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәрендә проекттарҙы шәхсән ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Мәҫәлән, былтыр декабрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған “Инвестиция сәғәте”ндә “Эколаб-Урал” компанияһының генераль директоры Вәсилә Хызырова Белорет районында Ирәмәл тауы янында төҙөргә теләгән “Иҙел башы” бөтә миҙгелле туристик комплексы проекты менән таныштырҙы. Инвестпроектты республика Башлығы хуплай Башҡортостан Башлығы туристик комплекс проект идеяһын хуплап, район һәм республика етәкселеге яғынан проектты ғәмәлгә ярҙам итәсәктәре тураһында белдереп: “Ер алығыҙ һәм матур кемпинг төҙөгөҙ. Был туристар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ”, – тине. Инвестициялар күләме 48,4 млн һумға баһалана. – Республика йортонда уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә Радий Хәбиров менән осрашҡан саҡта ҡаушап ҡалдым. Әммә Башҡортостан Башлығы минең хәлемде аңлап, тыныс ҡына итеп үҙемдән һораша башланы. Уның ябай итеп аралышыуы миңә көс бирҙе, мин тынысланып, республика етәксеһенә маҡсатымды аңлаттым. Шул осрашыуҙа Радий Фәрит улының кеше менән кеселекле һөйләшә белеүенә һоҡландым, – тип һөйләне Вәсилә Хызырова. Шулай итеп, Өфөнөң “Эколаб-Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн Белорет районының Николаевка ауылында бер гектар майҙанлы участканы сауҙаһыҙ ҡуртымға бирәләр. Эшҡыуар Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ҡунаҡхана хеҙмәтләндереүе өсөн рөхсәт ителгән ер участкаһын ҡуртымға алыу тураһында килешеү төҙөгән. Федераль программала ҡатнашҡандар Компания кемпингтар төҙөүгә федераль грант алған. 4,7 миллион һумлыҡ субсидияға алты ҡунаҡ йортон, мунса комплексын алып урынлаштырғандар. Шулай уҡ төҙөлөш материалдары, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу өсөн ҡорамалдар һатып алғандар. Проектты артабан тормошҡа ашырыу өсөн ерҙе туркомплекс итеп рәсмиләштереү талап ителгән. Проектҡа һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирелгән. Компанияның генераль директоры белдереүенсә, объектты 2025 йылға тиклем этаплап төҙөү планлаштырыла. Беренсе сиратты иһә быйыл тапшырылған һәм унда туристарҙы ҡабул итә башлағандар. Күптәнге хыялдары булған Хызыровтар ғаиләһе сығышы менән Белорет районынан. Ғаилә башлығы хәрби кеше булғас, уларға сит илгә сығып ял итеү тыйылған. Шуға күрә лә илебеҙҙәге шифаханалары буйлап гиҙгәндәр. Ял-сәйәхәт иткән саҡтарҙа үҙҙәре лә киләсәктә ял базаһы асыу хыялы менән яна башлай. – Тәүҙә райондың Инйәр ауылы тирәһендә асырға уйлағайныҡ. Улыбыҙ Ирәмәл тауына яҡын ятҡан Николаевка ауылын тәҡдим итте. Белорет район хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”дә ҡатнаштыҡ. Артабан улар күрһәткән йүнәлеш буйынса эште астыҡ. Ә инде Радий Хәбировҡа “Инвестиция сәғәте”нә барғанда беҙгә “Үҫеш корпорация”һы ярҙам итте. Шулай уҡ Белорет районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары Андрей Гревцев ныҡ булышлығы ҙур булды. Модуль йорттарҙы Белорет ҡалаһында эшләнеләр. Һуңынан уларҙы Николаевкаға алып килеп урынлаштырҙыҡ. Проектты төҙөгәндә: “Һәр өйҙөң тәҙрәләренән Ирәмәл күренергә тейеш”, – тип йорттарҙы шундай рәүештә ҡуйҙыҡ, – тип ойоштороу эштәре барышы менән уртаҡлашты Вәсилә Хызырова. “Иҙел башы” кэмпингы йорттарында заманса шарттар тыуҙырылған, һәр ял өйөндә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар – ашарға әҙерләү зонаһы, һыуытҡыс, душ, йылы һыу, бәҙрәф. Мунса, шан, шунда уҡ ял итеү майҙансығы ла булдырылған. Шулай уҡ дөйөм бәҙрәф тә ҡуйғандар. Унда ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым бүлмәләр бар. Туристар, әлбиттә, бындай шарттар менән бик ҡәнәғәт. Эшҡыуарҙың киләсәккә пландары ҙур – бында тағы ла яңы өйҙәр, ял итеү урындары, уйын майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Ғөмүмән, тиҙҙән Николаевка ауылында туристарҙың зауығына яуап биргән тулы комплекслы заманса кэмпинг буласаҡ. ФЕКЕР СНЕЖАНА, Сибай ҡалаһынан: – “Иҙел башы”нда ял итеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған: өйҙәр бик матур, бөтә әйберҙәр яңы, уңайлы, персонал да мөләйем. Панорамалы тәҙрәләрҙән матур тәбиғәтте күҙәтәһең. Тағы ла килергә теләйбеҙ. Бында сәйәхәт итеү өсөн урындар күп. Ғөмүмән, ял итергә йыш йөрөйбөҙ. Һуңғы йылдарҙа, айырыуса ковид ваҡытындағы карантиндан һуң, республикала туризм йылдам үҫешә башланы, бар уңайлыҡтары булған ял базалары барлыҡҡа килде. АНДРЕЙ, Сибай ҡалаһынан: – Николаевкала һәр саҡ булабыҙ. Әлеге ваҡытта бында тау туризмы үҫешә. Төрлө тауҙарға күтәрелергә мөмкин, һайлау даирәһе киң. Ирәмәл, Сүнәк, Әүәләк, Баштур – бөтәһе лә яҡында. Ә инде яңыраҡ асылған “Иҙел башы” базаһы ял итеү өсөн ожмах мөйөшө. Ғаиләләр өсөн дә бөтә нескәлектәр иҫәпкә алынған, яҡшы шарттар булдырылған. Шуға ла уйһыҙ ғына ял итеп, тау туризмы менән шөғөлләнергә мөмкин. АРТУР, Магнитогорск ҡалаһынан: – Магнитогорск ҡалаһынан дуҫым тәҡдиме буйынса беренсе тапҡыр килдем. Ул үҙе инде бер нисә тапҡыр бында булған. Бик матур урын, көс тупларға мөмкин. Йорттар оҡшаны, етмәһә, бөтәһе лә яңы. Иң мөһиме – уны ошо хәлдә һаҡлап тотһондар ине. Бында комфортлы ял итергә яратҡандар өсөн барлыҡ шарттар бар. База яңы ғына эшләй башлаһа ла, уның тураһында яҡшы хәбәрҙәр тирә-яҡҡа таралып та өлгөрҙө. Йәйен һәр аҙна Башҡортостан буйлап ял итергә тырышабыҙ. Красноусол, Яҡтыкүл һәм башҡа матур урындарҙа. Республика - беҙҙең өсөн бәләкәй Швецария. Бындағы һоҡланғыс күренештәр, урындар йәлеп итә. Тыныс, тормош ығы-зығыһы юҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туризм үҫешә. Берәй ҡайҙа барыр булһаң, алдан маршрутты билдәләйһең бит инде. Ә хәҙер, уйламайынса сәйәхәткә сығып китһәң дә, юл буйындағы алтаҡта күрһәткестәр йүнәлеш биреп тора. Инфраструктура үҫешә. Рәмилә МУСИНА фотолары.
Республика туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәрендә проекттарҙы шәхсән ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Мәҫәлән, былтыр декабрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған “Инвестиция сәғәте”ндә “Эколаб-Урал” компанияһының генераль директоры Вәсилә Хызырова Белорет районында Ирәмәл тауы янында төҙөргә теләгән “Иҙел башы” бөтә миҙгелле туристик комплексы проекты менән таныштырҙы. Инвестпроектты республика Башлығы хуплай Башҡортостан Башлығы туристик комплекс проект идеяһын хуплап, район һәм республика етәкселеге яғынан проектты ғәмәлгә ярҙам итәсәктәре тураһында белдереп: “Ер алығыҙ һәм матур кемпинг төҙөгөҙ. Был туристар өсөн яңы йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ”, – тине. Инвестициялар күләме 48,4 млн һумға баһалана. – Республика йортонда уҙған “Инвестиция сәғәте”ндә Радий Хәбиров менән осрашҡан саҡта ҡаушап ҡалдым. Әммә Башҡортостан Башлығы минең хәлемде аңлап, тыныс ҡына итеп үҙем