Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Газ ҡаҙанығыҙҙы файҙаланыу ваҡыты уҙманымы?

Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда төҙөк булмаған 22 561 газ ҡоролмаһы алмаштырылған, шул иҫәптән – 18 104 газ плитәһе, 2 888 газ ҡаҙаны, 1 569 газ менән ағымлы һыу йылытҡысы. “Әгәр ҙә газ ҡоролмағыҙҙың файҙаланыу ваҡыты уҙыу тураһында иҫкәртеү килһә, борсолмағыҙ – һеҙ диагностика менән шөғөлләнгән белгестәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”, тиҙәр “Газпром газораспределение Уфа” акционерҙар йәмғиәтендә. Ошондай мөрәжәғәттәр йәмғиәттең белгестәренә даими килеп тора. Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта, мәҫәлән, улар 32 327 берәмек газ приборының хәүефһеҙ эшләүен раҫланы һәм уларҙы файҙаланыу ваҡытын оҙайтты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: газ ҡоролмаһын ҡулланыуҙың нормала ҡаралған ваҡыты уҙһа һәм техник диагностика һөҙөмтәһендә уға ыңғай баһа бирелмәһә, газ менән тәьмин итеү ойошмаһы был тәбиғи яғыулыҡ биреүҙе туҡтатырға хаҡлы. “Йорт эсендәге техник яҡтан төҙөк газ ҡоролмаһы – ҡулланыусыға газ биреүҙең төп шарты. Газ ҡоролмаһын ремонтлау, диагностика үткәреү һәм алмаштырыу эшенә квалификациялы белгестәрҙе генә йәлеп итергә мөмкин икәнлеген оноторға ярамай. Уны техник хеҙмәләтләндереү мотлаҡ булып тора һәм ул йылына бер тапҡыр үткәрелергә тейеш”, – ти акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Крюков. Автор фотоһы.