Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

«Башҡорт аты» фестивале ваҡытында теләүселәр ГТО нормативтарын тапшыра ала

15 һәм 16 августа Баймаҡ районының Граф күле биләмәһендә «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ГТО нормативтарын ҡабул итеү ойошторола, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» алтын, көмөш һәм бронза билдәләренә тап килгән өс ауырлыҡ кимәле буйынса үтәүгә 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге (18 йәш баҫҡысы буйынса) теләгән һәр кемгә рөхсәт ителә. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәү өсөн шәхесте раҫлаусы документ, УИН номеры (уникаль индикация номеры), шулай уҡ ГТО медицина сертификаты (балалар өсөн - 20061/У, өлкәндәр өсөн 089 УКВ белешмәһе формаһы) булырға тейеш. Универсаль электрон карта алыу өсөн шәхси кабинетта теркәлергә һәм йәш төркөмдәре буйынса ГТО һынауҙарының (тестарының) нормативтары менән танышырға https://gto.ru. сайтында мөмкин. «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы - күмәк спортты үҫтереүгә һәм милләтте сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән ил халҡын физик тәрбиәләүҙең тулы программаһы һәм норматив нигеҙе. 2019 йылдан ГТО комплексы «Спорт - йәшәү нормаһы!» федераль проекты составына инде. Фото: Александр Данилов.