Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Телефон, робот саң һурҙырғыс кеүек ҡиммәтле бүләктәр оторға теләйһеңме?

“Бергәләп тыуған Башҡортостаныбыҙҙағы ыңғай үҙгәрештәргә, яҡташтарыбыҙҙың еңеүҙәренә һәм уңыштарына, төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштарға “Рәхмәт” әйтәйек”, – тип аңлатма бирҙе акцияның ойоштороу комитеты вәкиле Регина Ҡадирова. Конкурста ҡатнашыр өсөн, https://vk.com/algapatriot һылтанмаһы буйынса “Алға, патриот” төркөмөндә “Яңылыҡ тәҡдим итергә” функцияһы ярҙамында Башҡортостанда нимә өсөн ҡыуаныуығыҙ (яңы ял итеү урындары, файҙалы проекттар һәм башҡалар) тураһында тарихығыҙҙы ебәрегеҙ. Пост хатаһыҙ яҙылырға, шулай уҡ яҙмала ҡаланың/райондың исеме күрһәтелергә, фото/видео беркетелергә тейеш. Аҙна һайын ойоштороусылар ике номинацияла еңеүселәрҙе билдәләйәсәк: иң күп лайк йыйған пост (иҫәпләгән ваҡытта боттарҙың реакциялары алып ташланасаҡ), шулай уҡ рандомайзер билдәләгән баҫмалар. Ошо көндәрҙә тәүге еңеүселәр маркетплейстарға сертификаттар алып ҡыуанды. Киләсәктә аҙна һайын төрлө шәп приздар – сертификаттар, телефондар, робот саң һурҙырғыстар һәм башҡалар уйнатыла. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.