“Березки” ял йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Иршат Малыбаев әйтеүенсә, күптәр сит илдә ял итеүҙе өҫтөн күрә. Ғәмәлдә иһә кешегә үҙе тыуып үҫкән ер, һыу, һауа ғына көс бирә. Ситтәге тәбиғәт шарттарына өйрәнеп алғансы тән дә, йән дә көсөргәнеш кисерә, ә беҙгә ял итергә килеүселәргә бының өсөн һис тә хафаланырға кәрәкмәй. Саф һауа – үҙе дауа, йәй миҙгелендә таҙа һәм шифалы Яҡтыкүл үҙегеҙҙе лә, тәнегеҙҙе лә имләр, күңелдәрегеҙҙе күтәрер, ти ул. – Беҙҙең ял йортоноң төп бренды булған тылсымлы батҡағы бик файҙалы, ул организмдың эшмәкәрлеген көйләй. Бик күп сирҙән ҡотҡара, шулай уҡ бөтә организмдың ауырыуға ҡаршы тороу мөмкинлеген көсәйтә, иммунитетты арттыра. Ванналарҙың да ниндәй генә төрҙәре юҡ! Бассейн менән сауна, тоҙ шахтаһы ла күптәрҙең күңеленә хуш килер. Ҡышын боҙҙа шыуыу майҙансығы ла ял итеүселәргә яҡшы кәйеф өҫтәйәсәк.Тәндәренә сихәт һәм көс өҫтәгән массажсыларҙың барыһы ла – махсус белемле хеҙмәткәрҙәр. Ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле һәм татлы ризыҡтар телеңде йоторлоҡ, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының барыһы ла иғтибарлы, яғымлы һәм иң мөһиме – үҙ эштәренең ысын оҫталары, – тине ял йорто директоры Иршат Филҡәт улы. – “Березки” ял йортона килегеҙ, үҙ еребеҙҙең, шифаларыбыҙҙың файҙаһын күрегеҙ! Шулай уҡ шифаханала махсус хәрби операцияла булған яугирҙәр, уларҙың ғаиләһе бушлай ял итә, ә уларҙың туғандары (ата-әсәһе, өләсәй-олатай, апай-ағайҙары, һеңле-ҡустылары) өсөн 20 процент ташлама ҡаралған. Пенсионерҙар өсөн йыл әйләнәһенә 10 процент ташлама бар. Әгәр ҙә коллектив ял итергә килеүселәр булһа (10 кешегә тиклем) Урал аръяғы райондары һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаһында йәшәгәндәргә ял йортонан махсус автобус бушлай барып ала һәм алып бара. Өфөлә йәшәүселәргә 19 кеше тупларға кәрәк була. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Яҡтыкүл” шифаханаһының “Березки” ял йортонда һаулығығыҙҙы нығытып, хозур тәбиғәт ҡосағында көс, дәрт туплап ҡайтырға теләйһегеҙме? “Башҡортостан” гәзите һеҙгә был мөмкинлекте бүләк итә – Әбйәлил районының иң матур урынында урынлашҡан “Березки” ял йортона 7 көнгә иҫәпләнгән 2 кешелек юллама уйнатабыҙ. Бының өсөн:"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;“Башҡортостан” гәзитенең Телеграмдағы каналына (https://t.me/bash_news102) һәм “Класташтар”ға https://ok.ru/bashortost ҡушылырға;ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;Юллама 12 сентябрҙә, 21.00 сәғәттә уйнатыла. Еңеүсе махсус программа ярҙамында автоматик рәүештә билдәләнә. Фото: Автор фотоһы