Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төндә янғында ир һәләк булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр шәхси йортто һүндергәндә ир кәүҙәһен тапҡан. Төнгө сәғәт өстә Миәкә районының Петропавловка ауылында йорт яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр килгән мәлдә йортто тулыһынса ут ялмап алған була, ҡыйыҡ та янған. Утты һүндергәндән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зал иҙәнендә, карауат менән мейес араһында, 67 йәшлек хужаның кәүҙәһен табалар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе фаразы буйынса, электр плиткаһын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында ут сыҡҡан. Ғүмерҙәрҙе ҡыйған янғындарҙың төп сәбәптәре билдәле, улар өсәү: 1) тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу; 2) электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу; 3) мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәмәү. Фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн тәмәкене һүндермәйенсә ташламағыҙ, бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ, электр ҡорамалдарын файҙаланғанда һәм мейес яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Үҙегеҙ яһаған һәм төҙөк булмаған электр йылытҡыстарын ҡабыҙмағыҙ! Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.