Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Тәү күреүҙән ҡәйнәм мине яратманы...

Хәҙер төрлөсә уйлап ҡарайым да аптырайым. Нисек үҙенә ҡаратты икән мине Сәғит: кәүҙәгә лә әллә ни түгел, күҙҙәре бесәйҙеке кеүек йызлап ялтырап тора. Тик хәбәрҙе оҫта һөйләп, ауыҙына ҡаратырға шәп ине. Моғайын, шул яғы менән алдырғандыр...

Гел юлыма ҡаршы сығып йә эшкә килеп, үҙенә иғтибар йәлеп итергә тырышҡаны тәүҙә миңә ҡыҙыҡ күренә ине. Уның “йөрөмтәл, алдаҡсы, маҡтансыҡ” тигән ҡылыҡһырламаһы тураһында ул ваҡытта яңы педучилище бөтөп, район үҙәгенә эшкә килгән мин бер ни белмәй инем әле. “Байрамда һине һоратырға барабыҙ”, – тигәс, аптырап та, ҡурҡып та ҡалғаным хәтерҙә. Быға тиклем бер егет менән дә йөрөгәнем булманы, мөхәббәттең ни икәнен дә белмәй инем бит әле мин ул саҡта. Ҡайтып әсәйемә шул турала һөйләгәс, ул, ҡыҙым, беренсе килгән яусы – Хоҙайҙан, мөхәббәт яйлап килә ул, бар ҙа ҡуй, тип кәңәш тә биргәс, ризалашырға булдым.

Кәләш әйттерергә Сәғит әсәһе, бер туған ағаһы һәм еңгәһе менән килгәйне. Беҙҙең бәләкәй, йыһазһыҙ өйгә ингәс тә, буласаҡ ҡәйнәмдең төҫө боҙолғанын, улына боролоп аҡырайғанын, өҫтәлдәге һыйға ла өҫтән генә ҡарап алғанын аңғарғайным да бит. Уның ошондай ҡыланышын күреп, атайым менән әсәйемдең албырғап ҡалғаны, үҙҙәрен нисек тоторға белмәгәне лә һаман күҙ алдында. Ләкин, нисек кенә булмаһын, ул ваҡытта беҙгә – йәштәргә ижәп уҡыла, һуңыраҡ туй үткәрелә, ҡыҙ менән егеткә аҡ бәхеттәр юрала.

Ҡәйнәм беренсе көндән үк аҙым һайын мине яратмағанлығын белдереп торҙо. Аҙаҡ уның был ҡылығының сәбәбен дә аңланым: мин иремдең күп туғандары кеүек юғары уҡыу йортонда уҡымағанмын икән, ғаиләбеҙҙә минән бәләкәй тағы биш туғаным бар, атай-әсәйем дә - ябай колхозсы, йәғни уларға тиң түгелбеҙ. Эшкинмәгән, уҡымаған ауыл ҡыҙы тип өҫтән ҡараған, әҙәмгә һанамаған икән иремдең әсәһе. Беҙ ҡәйнәм менән бергә төп йортта йәшәргә мәжбүр инек, сөнки Сәғит төпсөк бала булараҡ әсәһен ҡарарға бурыслы.

Бик үк күңелле башланмаған тормошобоҙҙо дауам итеп, улыбыҙ донъяға килде. Балаға бер ай булғас, “Икәүләп өйҙә ултырмаҫбыҙ инде, эшкә сыҡ, Сәғиткә ярҙам булыр, яңы өйгә бол туплар кәрәк”, – тип ҡәйнәм йәһәтләп мине эшкә сығарҙы. Ҡаршылашып тороп булмай, бәпәйемде уға тапшырып, эшкә сыҡтым. Тик аҙаҡ уның өсөн үкенеп бөтә алманым...

Бер көн ниңәлер иртәрәк ҡайтырға тура килде. Ҡышҡы ҡыҫҡа көн ине. Инеү менән ишектең ауыҙына терәлеп тигәндәй ҡәйнәмдең өс ай ҙа булмаған бәпәйемдең аяғын тотоп ултырғанын күреп, ниңә һыуыҡта алып ултыраһығыҙ ул, тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мине көтмәгән ҡәйнәм тәүҙә аҙарынды, шунан, ғәҙәттәгесә, тәрбиәһеҙ, наҙан кеүек кәмһеткес һүҙҙәрен теҙеп алып китте. Икенсе көн балабыҙ сәсрәп ауырып китмәһенме. Оҙаҡ ҡына дауаханала ятып сығырға тура килде ул саҡта. Сире ҡолағына биреп, малайыбыҙ әҙерәк һаңғырауыраҡ булып ҡалды. Үҙ балаһының балаһын да яратманымы икән ни, тип хәҙер аптырайым, элеккеләр иҫкә төшһә... Иремә ялған һөйләп, миңә ҡаршы ҡотортоп та аҙ талаштырманы инде ул беҙҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалары бәхетле булһын тигән әсәйҙәрҙең тап киреһе ине. Ирем әсәһенең һүҙенән сыҡмай, уға ҡаршы бер ни өндәшмәй торғайны.

Баҡһаң, ҡәйнәнең ыҙалатыуы әллә ни ҙур бәлә булмаған икән әле. Унан да ауырырағы хәләл ефетемдең икенсе ҡатындар менән сыуалыуы тураһында ишетеү булды. Үҙем дә һиҙемләй инем инде: кискә ҡарай сығып китеп, оҙаҡ ҡына йөрөп килә ине Сәғит. Ҡайтҡанында һәр саҡ ҡыҙмаса була, миңә лә, улына ла иғтибар итмәй йоҡларға ята... Артабан ниҙәр булып бөтөр ине икән был бәхетһеҙ ғаиләлә, әгәр ҙә тормошто ҡырҡа үҙгәртерлек хәл килеп тыумаһа.

Бер төн Сәғит яңылыштан бер кешене тапатып үлтергән. Суд уны биш йылға төрмәгә ултыртырға тигән хөкөм ҡарары сығарҙы... Ә ҡәйнәм беҙҙең - ейәненең һәм минең - яҙмышты бик тиҙ хәл итте. Улына хөкөм ҡарары уҡылғандың икенсе көнөнә үк: “Үҙең дә, балаң да хәжәт түгел — ҡайтып кит!” – тине. Оҙаҡ уйлап торманым: былай ҙа бында йәшәү түҙгеһеҙ ине, ошо ауылда йәшәгән апайым менән кәңәшләшкәндән һуң, төнөн уларға күсенергә булдыҡ. Күсенәм тигәс тә, ҡулға тотоп алырлыҡ ике сумка әйбер менән сығып киттек. Ябынып йөрөгән юрғанды ла ҡәйнә һыпыра һуғып алып ҡалды.

Ирем срогын тултырып ҡайтҡас, тормошобоҙҙо яйларбыҙ тигән уй ҙа биш йылдан селпәрәмә килде: тормош иптәшем, балабыҙҙың атаһы беҙҙе хатта күрергә лә килмәне, аҙаҡ та улының хәлен дә белгәне булманы.

Хәҙер яҙмышымды ҡырҡа үҙгәрткән шул ваҡиғаға ҡыуанып та ҡуям. Бер уйлаһаң, бәхетһеҙлек бәхетемә юл асҡан бит: тағы биш йылдан үҙ тиңемде осраттым, уның менән бәхетле ғүмер кисерҙек, тағы бер улыбыҙ тыуҙы. Тәүге иремдән булған баламды үҙенекеләй ҡабул итеп, ике улыбыҙға ла бер тигеҙ ҡараны тормош иптәшем. Матур тәрбиә биреп, уҡытып, үҙ тормоштарын яйларға ярҙам иттек уландарыбыҙға, шөкөр.

Үткәндәрҙе уйлап йәшәргә ярамай тиһәләр ҙә, шул ваҡытта күргән ыҙаларым әле булһа йә төшөмә инеп һаташтыра, йә өнөмдә иҫкә төшөп һыҙландыра. Рәнйемәҫкә, ғәфү итергә кәрәк икәнен дә аңлайым, тик әлегә булдыра алмайым.

Автор:Аклима Гизатуллина

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-12-13/t-k-re-n-yn-m-mine-yaratmany-3564722