Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, химия фәндәре кандидаты, хеҙмәт ветераны Рафаэль Сараевты Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында өҫтәлмә белем биреү мөдире булып эшләгән саҡтан уҡ яҡшы беләм. Һәр саҡ егеттәрсә төҙ баҫып, төплө фекерле, заман менән йәнәш атлаған замандашыбыҙ йәш быуынды тәрбиәләү, уларға тейешле һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү, йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса бихисап изге эштәр башҡарҙы. Тап уның кәңәшенә таянып, төрлө өлкәне үҙ иткән кисәге студенттар бөгөн төрлө юғары урындарҙа эшләй, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән. Илдә махсус хәрби операция башланғас, Рафаэль Әхмәҙи улы, үҙ иленең ысын патриоты булараҡ, үҙ ирке менән ил һаҡларға барырға теләк белдерә. Һәр саҡ йәштәргә өлгө булған ир–азаматы был юлы ла йәштәргә үрнәк күрһәтеп, уларға терәк булып МХО-ға юллана. 2023 йылдың йәйендә “Барс-14” батальонына барып ҡушыла. Ә бит уға 67 йәш тулған, әммә йәштән спорт менән дуҫ булыуы, һәр саҡ позитив ҡарашта, үҙе әйтмешләй “студенттар менән бергә ҡайнап йәшәүе” уға йәш йөрәкле, йәш сырайлы булырға һәм йәштәрсә хәрәкәт итергә ярҙам итә. Рафаэль Сараев сығышы менән Йылайыр районы Ҡамыш-Үҙәк ауылынан. 9 балаға ғүмер биргән Сәмиғә һәм Әхмәҙи Сараевтар ғаиләһендә буй еткерә ул. Баймаҡ мәктәп-интернатын уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә. Тап студент йылдарында хәрби кафедраны тамамлап, лейтенант званиеһы ала. Әрмегә барыу теләге ни тиклем ҙур булһа ла, хеҙмәт итергә тура килмәй, әммә был хыял булып күңелендә һаҡлана, һәм, ваҡыты еткәс, уны тормошҡа ашырыу ниәте менән МХО-ға барырға теләк белдерә лә инде. — Илде һаҡлау — ир-егеттәрҙең изге бурысы. Беҙ һаҡламаһаҡ, кем яҡлар? Икенсенән, йәштәргә өлгө күрһәтергә кәрәк. Өсөнсөнән, тарихта һәр кем үҙ эҙен ҡалдырырға тейеш. Заманында минең ҡартатайҙарым да ил һаҡлаған. Хәйбулла Сараев 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Әсәйемдең атаһы Мөхәмәт Ыласынов иһә 1942 йылда яуҙа баш һала. Юлдыбайҙан Сараевтар нәҫеленән биш кеше һуғышта ҡатнашҡан. Беҙҙең халыҡ электән яугир, илһөйәр булған һәм ҡурҡыу белмәгән. Әле Сараевтарҙың шәжәрәһен төҙөү буйынса ла эш башланым, уларҙы киләсәк быуын белергә тейеш. Бер уйлаһаң, тормош шул тиклем матур. Икенсе яҡтан ҡарағанда, тормош шул тиклем аяуһыҙ, ғүмер ҙә күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Хоҙай биргән ғүмерҙе файҙалы итеп үткәреү мөһим. Уйлап ҡарағанда, мин дә ҡатыным менән бик матур тыныс тормошта йәшәп ята инем. Эшемдә лә һәр саҡ хөрмәткә лайыҡ булдым, балаларыбыҙ ҙа тәүфиҡле һәм һөнәрле. Әйҙә рәхәтләнеп йәшә лә ят, әммә күңелем тыныс булманы, минең дә яугирҙәр янында, Тыуған илде һаҡлауға ҡулымдан килгәнсә ярҙам иткем килде. Бер ғүмерҙе һаҡлап ҡала алһам да, бурысым үтәлә тигән уй менән махсус хәрби операцияға юлландым. Әле мин хәрби фельдшер бурысын үтәйем, санитар булараҡ, даими рәүештә алғы һыҙыҡтан яралыларҙы алып сығабыҙ. Тәүҙәрәк алғы һыҙыҡҡа бер аҙналап инә инек, хәҙер икешәр аҙнаға инергә тура килә. Күп осраҡта төндә яралылар янына барабыҙ, берәүҙе алып ҡайтыу өсөн генә лә 4-5 кеше кәрәк. Икеһе яраланы күтәрә, икәүһе дрондарҙан һаҡлап алып бара, береһе яугирҙе ҡарай, яраларын бәйләй, кәрәк икән улар өсөн психолог та, медик та, ышаныслы ағай ҙа, туған да булырға тура килә. Һуғыш уйын түгел, унда үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға ла тура килә, әммә күңелдә - һәр саҡ еңеүгә ышаныс, илең өсөн оло яуаплылыҡ. Беҙ бит совет осоронда тыуған, ныҡлыҡ алған быуын. Шуға күрә ҡайҙа килгәнебеҙҙе, ниндәй ауырлыҡтарға юлығыуыбыҙҙы аңлы рәүештә белеп килдек. Бер йылдан һуң ҡына отпускыға ҡайттым, туғандар менән осрашып, яҡындар янында ла күберәк булырға тырышам. Шулай уҡ райондар буйлап аңлатыу эштәре алып барам, МХО-ға барырға теләүселәрҙе туплайым, улар менән шәхсән аралашам. Эйе, күптәр һуғышты үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, унда нисек икәнлеген аңламай. Һуғыш та ниндәйҙер кимәлдә эш, ә һин эшеңде дөрөҫ, теүәл һәм яҡшы башҡараһың икән, һин бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаясаҡһың. Иң мөһиме – яугирҙәргә ошоно аңлау мөһим. Физик яҡтан әҙерлекле егеттәргә әрме хеҙмәт еңел бирелгән кеүек, яуҙа ла күпкә еңелгә тура килә, рухи яҡтан ныҡ булғандар бар ауырлыҡты еңеп сыға, сослоҡ, сабырлыҡ, зирәклек тә кәрәк бында. Ниндәй генә хәлдә лә юғалып ҡалмау, үҙеңде шунда уҡ ҡулға алыу иң мөһиме, - ти әңгәмәсем. Яу биләмәһендә һәр саҡ, һәр минут, һәр секунд көсөргәнештә булған, үҙ ғүмерен түгел, ә башҡаларҙың ғүмере өсөн үҙен яуаплы тойған, уларға һәр саҡ ярҙам итергә өйрәнгән яугир әле тыныс тормошҡа нисектер күнегеп китә алмай. “Сармат” позывнойлы яугирҙең ҡатыны Гөлнара Шөғәйеп ҡыҙы ла хәрби медик, өлкән лейтенант. Шуға күрә иренең был аҙымын дөрөҫ аңлап ҡабул иткән, әле лә уға бар яҡлап терәк һәм кәңәшсе. Әйткәндәй, Рафаэль Сараев йәштәрҙе генә түгел, үҙе кеүек ир-азаматы булған 55 – 65 йәштәгеләрҙе лә үҙенең батальонына саҡыра. Яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарған “Сармат” ике тапҡыр яраланған, Сватово госпиталендә ятып сыҡҡан. Әле лә дауаланыуын дауам итә. Күптән түгел “Үлеп барыусыны ҡотҡарған өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Тиҙерәк һуғыш төмамланып, һәр бер яугиргә яҡындары янына иҫән-һау ғына ҡайтырға яҙһын! Автор фотолары. БЕЛЕШМӘ ӨСӨН Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем килешеү төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Ситуация үҙәгенә - 122 йәки (347) 218-19-19 һандарына, һайлап алыу пунктына - (347)248-29-31 шылтыратырға мөмкин.