Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ишембай йәштәре өсөн квартирник ойошторолдо

Ишембай ҡалаһы йәштәре өсөн Йәштәр скверында Квартирник 2.0 исеме аҫтында уникаль сара үтте. Ул ҡаланың Йәштәр эштәре буйынса комитеты белгестәре етәкселегендә рок-музыка стилендә ойошторолдо. Сара "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" төбәк проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылды. Сәхнәлә ҡаланың иң һәләтле кешеләре сығыш яһаны, үҙҙәренең музыкаль һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Кемдер тәүге тапҡыр тамашасылар алдында сығыш яһаны. Һәр сығыш яһаусыны тамашасылар йылы сәләмләне. Сараның музыкаль өлөшө менән бер рәттән саф һауала коллаж техникаһы буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо. Теләгән һәр кем яңы оҫталыҡҡа өйрәнеүҙән тыш, был кискә рәхәтлек бүләк иткән бөтнөклө йылы сәйҙән ләззәт ала алды. Сара караоке менән тамамланды, унда сарала ҡатнашыусылар һәм Квартирник ҡунаҡтары билдәле йырҙар йырлай алды. Был бөтә ҡатнашыусыларҙа һәм ҡунаҡтарҙа матур тәьҫораттар ҡалдырған онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.