БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ Донъяла ике аҙна һайын һирәк телдәр иҫәбенә ингән бер тел юҡҡа сыға, ти ЮНЕСКО үҙенең һуңғы мәғлүмәттәрендә. Был донъяуи ойошма иҫәпкә алған яҡынса 6 мең телдең кәм тигәндә 43 проценты хәүеф зонаһында тора. Бөгөн инде, был иң юғары кимәлдәге мөһим темаға әйләнгән. Идеологик һәм хатта ижтимағи-сәйәси йүнәлеш, мәҙәни һәм рухи-әхлаҡи потенциал бөгөн илебеҙҙең көслө һәм ныҡлы киләсәге булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығыштарында бер нисә тапҡыр: – Рәсәйҙең көсө – уның күп төрлөлөгөндә! Беҙҙең дәүләт күп милләтле халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәре тирәләй барлыҡҡа килгән. Был беҙҙең тупланыуҙың мөһим нигеҙе, ул тышҡы агрессия һәм хәүефтәр алдында нығый ғына, – тип билдәләне. Беҙҙең республикала иһә һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла. Милли кино өлкәһен генә алып ҡарағанда ла, һуңғы биш йылда тиҫтәнән артыҡ фильм төшөрөлгән һәм төшөрөлөү өҫтөндә. Бының турала, Хөкүмәт кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров, һуңғы йылдарҙа әҙерләгән проекттар етлегеп "осоп та китте". Улар яҡшы тиҙлек менән тормошҡа ашырыла һәм халҡыбыҙҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Хәҙер беҙ яңы проекттар уйлап табырға тейешле мәлгә еттек, тип белдерҙе. Әйткәндәй, 2024 йылдың ғинуарында Республика Башлығы менән "Туған телдәр сәғәте" осрашыуында һәм Башҡортостан Кинематографистар союзының 30 йыллығына арналған кәңәшмәлә союз рәйесе Зөһрә Бураҡаева йәштәр өсөн заманса контент булдырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Һәм бер нисә ай эсендә йәштәр өсөн веб-сериал проекты барлыҡҡа килде. Ә бит ысынлап та, бөгөн башҡорт телен белергә, иркен һөйләшергә теләүселәр артҡандан-арта бара. Хәҙерге быуын йәштәре бөтә тел мәсьәләһе тап үҙҙәренә бәйләнгәнен һәм өлкән быуындың идеологик хаталарын төҙәтергә мәжбүр булыуҙарын тулыһынса таный. Күптәр бөгөн онотола барған туған телен төптән өйрәнергә теләй, әммә уға уҡыу өсөн көндәлек тормош мәшәҡәттәре мөмкинлек бирмәй. Был юҫыҡта, Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы әҙерләгән проект, телде өйрәнеүҙең яңы мөмкинлектәрен асыу өсөн, йәштәр араһында иң популяр медиаконтенттарҙың береһе булған веб-сериал форматында эшләнгән. Тиҙҙән төшөрөлә башланасаҡ веб-сериал "Һин, мин һәм бар донъя" тип атала һәм 5-7 минутлыҡ 20 сериянан торасаҡ. Аудитория башҡорт телен белмәгән һәм махсус шөғөлләнергә мөмкинлеге булмаған, әммә телде еңел һәм аңлайышлы формала үҙләштерергә теләгән 14-35 йәшлек йәштәр өсөн тәғәйенләнгән. Фильм уйын сюжетына ҡоролған: картинаның бар идеяһы төп геройҙар Данияр һәм Гөлнараның романтик мөнәсәбәттәре менән үҫешәсәк. Сериалдың логлайны "Уларҙың береһе лә башҡорт телен өйрәнеү мөхәббәт донъяһын асыу буласағын белмәй ине..." Шулай итеп, йәштәр өсөн, мөхәббәт донъяһына ҡоролған был рухи әҫәр, проект һуңында асыҡ ҡулланылышҡа, халыҡ назарына сығасаҡ. Веб-сериал бер нисә айҙан RUTUBE, "Бәйләнештә" каналдарында һәм Рәсәйҙә рөхсәт ителгән башҡа видеохостингтарҙа, республикабыҙҙың төп телеканалдарында урын аласаҡ. Үҫмерҙәр һәм йәштәрҙән торған маҡсатлы аудиториянан теләгән һәр кем 300-ҙән кәм булмаған һүҙҙе һәм һүҙбәйләнеште үҙләштереү менән бер рәттән, төп геройҙар аша үҙе өсөн баш ҡалабыҙҙың яңы локацияларын да асасаҡ, туристик йәлеп итеүсәнлекте лә арттырасаҡ. Фильм профессиональ кинематографистар командаһы тарафынан тормошҡа ашырыла, режиссеры - Роман Пожидаев, композиторы - Ғәлинур Юламанов. Әйткәндәй, был проект Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы тарафынан грант конкурсында ҡатнашҡайны. Ошо арала ул, 2024 йылда йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеүгә субсидиялар формаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын яуланы һәм уға 2 миллион 300 һум күләмендә аҡса бүленде Әле фильмды төшөрөүҙең ҡыҙыу осоро башланып тора. Алда кастинг, техник яҡтан әҙерлек, сентябрь, октябрь айҙарында төшөрөү һәм ҡышын - постпродакшн ваҡыты, йәғни, картинаны тормошҡа ашырыу дүрт айға һуҙыласаҡ. Проектың авторы Зөһрә Бураҡаева иһә фильмдың ижади командаһы алдына ҡуйған маҡсатты тормошҡа тулыһынса ашырасағына ныҡлы ышана. Әлбиттә, бында инде Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙының, "Башҡорт теленә яңы ҡараш", "Башҡорт телен өйрәнәм" кеүек проекттарҙың авторы булараҡ, тәжрибә туплауы ла мөһим роль уйнай. Яңы проекттың иһә форматы ла киңерәк, төп йөкмәткеһе лә тәрәнерәк. Ә инде, шулай ҙа, башҡорт телен белмәүселәрҙең һәм өйрәнергә теләүселәрҙең йөрәгендә, туған телде өйрәнәм, ата-бабаларыбыҙҙан аманатҡа ҡалған изге телебеҙҙе киләсәк быуынға еткереп милләтем алдында мөҡәддәс бурысымды үтәйем, телебеҙ йәшәһә, милләт булараҡ та һаҡланып ҡалырбыҙ, тигән фекерҙәрҙең яралыуы мотлаҡ. Ундай кешеләргә инде Зөһрә Бураҡаева кеүек милләтебеҙҙең алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу, һәләтле ижади шәхестәренең яңынан-яңы проекттары мотлаҡ ярҙамға киләсәк. Фильм проектының логлайынында әйтелгәнсә: әгәр һин башҡорт телен яратаһаң – бөтә ғәмең, йәнең, бар донъяң мөхәббәтле булыр... ФЕКЕР Зөһрә БУРАҠАЕВА, Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе, проект авторы: – Тел мәсьәләһе беҙҙә һәр ваҡыт булды һәм ул йылдан-йыл ҡатмарлаша ғына бара. Ә инде был проблеманы хәл итеүҙең юлы тик беҙҙең йәш быуындың ҡулында тора. Шуға күрә беҙ ижади командабыҙ менән был веб-сериалды төшөрөргә ниәт иттек, сөнки, бөгөн үҙҙәре башҡорт булып та, телде белмәүселәр һәм уны өйрәнергә, һөйләшергә теләүселәр күп. Был медиаконтент аша беҙ 14-35 йәшлек йәштәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, улар беҙҙең фильмды ҡарап, фәһем алһын, өйрәнһен, ҡыҙыҡһынһын, комплекстарҙан арынһын, оялмаһын, ниһайәт, һөйләшә башлаһын ине. Фильмдың сюжетына килгәндә инде, Гөлнара исемле репетитор ҡыҙ, Себерҙән ҡайтҡан Данияр исемле егеткә башҡорт телен өйрәтергә тотона. Һәм уларҙың башҡорт теленә булған мөхәббәте үҙҙәренең тормошона ла күсә. Шулай итеп, беҙ кешелеккә башҡорт телен һөйөү теле итеп бирергә булдыҡ... Әлбиттә, грантта ҡатнашыу, бигерәк тә йәштәр өсөн проекттар әҙерләү ауыр, сөнки был - бик етди мәсьәлә. Ә шулай ҙа, беҙ был юлды үтеп сыҡтыҡ. Республика Башлығы ла һуңғы йылдарҙа йәштәр өсөн контенттарҙы үҫтереүҙең мөһимлеген һәр саҡ әйтә килә. Был осраҡта, беҙ уның өмөтөн аҡларбыҙ тип ышанам. Беҙгә белдергән ышанысы һәм грант менән ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Проекттың асылына килгәндә, йәштәр был проектты ҡараһын һәм баш ҡалабыҙ урамдарында башҡортса иркен һөйләшһен ине... Фотолар: Башҡортостан Кинематографистар союзының матбуғат хеҙмәте.
Яңы кино төшөрөлә. Ул башҡорт теленә һәм... мөхәббәткә арнала
13 августа 202413 авг 2024
5 мин
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ Донъяла ике аҙна һайын һирәк телдәр иҫәбенә ингән бер тел юҡҡа сыға, ти ЮНЕСКО үҙенең һуңғы мәғлүмәттәрендә. Был донъяуи ойошма иҫәпкә алған яҡынса 6 мең телдең кәм тигәндә 43 проценты хәүеф зонаһында тора. Бөгөн инде, был иң юғары кимәлдәге мөһим темаға әйләнгән. Идеологик һәм хатта ижтимағи-сәйәси йүнәлеш, мәҙәни һәм рухи-әхлаҡи потенциал бөгөн илебеҙҙең көслө һәм ныҡлы киләсәге булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығыштарында бер нисә тапҡыр: – Рәсәйҙең көсө – уның күп төрлөлөгөндә! Беҙҙең дәүләт күп милләтле халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәре тирәләй барлыҡҡа килгән. Был беҙҙең тупланыуҙың мөһим нигеҙе, ул тышҡы агрессия һәм хәүефтәр алдында нығый ғына, – тип билдәләне. Беҙҙең республикала иһә һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән бик күп эштәр башҡарыла. Милли кино өлкәһен генә алып ҡарағанда ла, һуңғы биш йылда тиҫтәнән артыҡ фильм төшөрөлгән һәм төшөрөлөү өҫтөндә. Бының турала, Хөкүмәт кәңәшмәһендә Республика Башлығы Радий Хәб