Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеү паркы яңы төҫтәрҙә балҡыясаяҡ

Шишмә ҡасабаһында Еңеү паркы яңыртыла. Майҙаны 20 мең квадрат метрҙан ашыу булған биләмәләге эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда“) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. Паркты яңыртыу 2020 йылда башланған. Үҙәк майҙанда брусчатка түшәлгән, ҙур майҙанда күркәм аллея барлыҡҡа килгән, резина япма түшәлгән. Эш артабанғы йылдарҙа ла туҡтамаған. Бында бәләкәй архитектура формалары ҡуйғандар, өҫтәмә яҡтырҡыстар эленгән, клумбалар яһалған. Шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары постаменттарының нигеҙҙәре яңыртылған. Фото: “Башинформ”.