Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нисек быға ҡулың барҙы, һеңлем?

Был ғаилә башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылмай. Ике бала үҫеп етте унда. Олоһо Айҙар бәләкәй саҡтан уҡ спортҡа ылығып китһә, һеңлекәше Вилә табип булырға хыяллана. Ағалы-һеңлеле улар һәр саҡ татыу, бер-береһен яҡлашырға әҙер генә тора. Тик күптән түгел мәрхүмә булған өләсәйҙәре алдында үҙҙәрен ғәйепле һанайҙар, уларҙың был выждан ғазабын хатта ата-әсәһе лә белмәй. Тик, уйлап ҡараһаң, был хәл өсөн кемделер ғәйепләп буламы икән... Әсәләре яғынан өләсәйҙәре алыҫтағы ҡалала йәшәй, ә атайҙарының әсәһе Сәғилә әбейҙең йорто ике биҫтә генә аралағы урамда, шуға күрә Айҙар менән Вилә ошо өләсәйҙәрендә йыш була ине. Сәғилә әбей ейәндәрен һәр саҡ яғымлы итеп ҡаршылай, күптән көтөп торғандай, үҙе алдан алып ҡуйған кәнфит йәки шоколад тоттора. Артабан балалар, был тәмлекәстәр һалынған һауыттың ҡайҙа ултырғанын белеп, үҙҙәре лә шунан алып китә башлай. Әбей, һауыттың бушағанын күреп, уны тағы тултырып ҡуя. Ваҡыт берәүҙе лә аямай шул. Кемдәрҙер, уҡып сығып, үҙаллы тормош юлына баҫырға әҙерләнгәндә, икенселәр яҡты донъя менән бәхилләшер мәл еткәнен аңлай. Сәғилә әбей 72 йәшендә бик тиҙ ябыға башлай. Әллә ни ауыртынмай-һыҙланмай ине, шуға күрә, был үҙгәрештең сәсәбе менән ҡыҙыҡһынып, балаларын һәм ейәндәрен борсоп тормаҫҡа була. Был осорҙа улары ла килеүен һирәкләткәйне шул, кемдәрелер эшенән бушамай, ҡайһылары институтта сессияға әҙерләнә. Күрәсәктең үҙ ҡанундары булалыр инде ул. Бер көнө улы Вилдан, әсәһенең хәлен белешергә килгәс, уға аптырабыраҡ ҡарап тора ла, ваҡытты юғалтмаҫҡа ҡарар итә. – Кейен, әсәй, дауаханаға барабыҙ, – тип ашыҡтыра ул. Шикләнеүе бушҡа булмаған да икән – Сәғилә әбейҙә яман шеш табалар, ул дүртенсе стадияға еткән икән, тимәк, операция ярҙам итмәйәсәк. Табиптар әйтеүенсә, ике ай самаһы ғына йәшәргә ҡалған. – Тап шулай тип әйттеләрме – үләсәкме икән? – тип иламһырай килене, ҡәйнәһе тураһында ҡайғылы хәбәр алғас. – Вилдан, бер нәмә лә эшләп булмаймы икән һуң? Ә ул нәмә эшләй ала? Үҙенең дә йөрәге яна, әле тере кешегә хөкөм сығарған һымаҡ бит инде, хәҙер ул көндәрен һанап ятасаҡмы инде... Ҡом һалынған сәғәттә ҡомдоң ағып бөтә барғанын ҡарап ятҡан кеүек, һуңғы төшкән ҡом бөртөгөнән һуң – билдәһеҙлек... – Көрәшергә кәрәк, нимәлер эшләргә, кисекмәҫтән, – ти Вилдан төшөнкө тауыш менән, үҙе лә тәғәйен нимә эшләргә икәнен белмәгәне һиҙелеп тора. Тәүҙәрәк улар, ысынлап та, ниндәйҙер сара күрергә тырышты, әбейҙе үҙҙәренә алып ҡайтты, ҡиммәтле препараттар ҙа һатып алынды. Тик Сәғилә әбейҙең сире үҙен ҡыуып етергә ирек бирмәне. Хәленең көндән-көн насарайғанын һиҙеп, ул өйөнә алып ҡайтыуҙы һораны, ғүмере үткән урынды, уның стеналарын һуңғы тапҡыр күреп ҡалырға теләй ине шул. Әсәйҙе һәм өләсәйҙе өйөнә алып ҡайтырға ла уны алмашлап ҡарарға булдылар. Кем эшендә, кем уҡыуында йәки спорт күнегеүендә була, әммә алдан килешеп алмашлап Сәғилә әбей янында дежурҙа торорға форсат табылды. Әбей иһә һүнә барҙы, хәҙер ул урынынан да тора алмай ине. Ярай, буласаҡ табибә Вилә, уколдар ҡаҙап, уның һыҙланыуҙарын баҫырға тырышты, тик артабан улары ла ярҙам итмәйәсәген барыһы ла һиҙенә ине. – Айҙар улым, – тип шыбырланы ул бер көнө. – Кил әле яныма. Тегеһе бүлмәнең мөйөшөндә креслола телефонды ҡарап ултыра ине. Артыҡ күҙгә салынмаҫ өсөн ул шулай ситтәрәк ултырыуҙы хуп күрә. – Эйе, өләсәй, – тине ул, өләсәһе күрә алырлыҡ урынға баҫып. – Арыным, балам, шул тиклем дә ялҡтым, – тип саҡ ишетелерлек итеп шыбырланы сирле. – Беләм, өләсәй... Әллә сәй килтерәйемме? – Юҡ ... Киткем килә... Айҙар баштараҡ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламайыраҡ торҙо. Ҡайҙа китергә? Ни өсөн? Әллә тышта саф һауа һуларға теләйме икән? Шунан ғына зиһененә барып етте. Тик аңламағанға һалышты. – Ҡайҙа барырға теләйһең, өләсәй? Әйҙә, үҙем күтәреп алып сығам урамға, мин хәҙер кескәй түгел, көсөм етерлек. Өләсәһе уға йылы ҡараш ташлап алды. Тик йылмайыуы элеккесә түгел ине шул. Сирҙән кипкән-ҡороған был кәүҙәлә элекке йылдам атлап йөрөгән өләсәйҙе танырлыҡ та түгел ине. – Ярҙам ит, ейәнем... – әбейҙең һүнә барған күҙҙәренән йәш тамсылары сыҡты һәм тәрән йыйырсыҡтар буйлап аҫҡа тәгәрәне. – Китергә ярҙам ит... Айҙар шаңҡыған хәлдә баҫып тороуын дауам итте. Нисек инде: ул – спорт мастеры – үҙ өләсәһенә бер нисек тә ярҙам итә алмай? Теләһә нимә эшләргә әҙер, тик өләсәһенең был ҡурҡыныс үтенесен башҡара алмай. – Ярай... – тине өләсәһе, йылмайған һымаҡ итеп. – Һыу ғына бирсе. Вилдан уҡтай атылып тумбочка янына килде, стаканға һыу ҡойҙо ла өләсәһенә эсергә ярҙамлашты. Уныһы бер-ике йотто ла, күҙҙәрен йомдо. Шул саҡ уға телефондан шылтыраттылар – эшенә саҡыралар икән. Ул тиҙ генә Виләгә хәбәр итте һәм, һеңлеһе ярты сәғәттән килеп етергә вәғәҙә иткәс, юлға йыйына башланы. Вилә килеп ингәс тә, Айҙар эшенә ыңғайланы. Тик сыҡҡас та бер сама уйланып торҙо: өләсәһенең үтенесен әйтергәме һеңлеһенә, әллә онотҡанға һалышырғамы? Юҡ, ундай нәмәне йәшерергә ярамай! Ул автобуста китеп барғанда был хаҡта һеңлеһенә ватсапҡа яҙырға ҡарар итте. Ә был ваҡытта Вилә, өләсәһен ҡосаҡлап үкһеп илай ине, сөнки Сәғилә әбей уға ла шул уҡ үтенесен еткерҙе. Үҙе хәлһеҙ ҡулдары менән ейәнсәренең башынан һыйпай. “Һинең ихтыяр көсөң ҙур, Вилә балаҡайым. Мин һине ныҡ яратам. Һин дә мине яратһаң, ярҙам итсе өлөсәйеңә, зинһар. Мине шул тиклем ҙур интегеүҙәрҙән ҡотҡарырһың, мин һиңә теге донъянан рәхмәттәр уҡырмын...” Ысынлап та, бөтәһе лә күреп тора бит өләсәһенең шул тиклем яфаланыуын, тик нисек ярҙам итергә лә белмәйҙәр. Вилә, күҙҙәрен һөртә-һөртә, шприцҡа көслө йоҡо дарыуы һәм башҡа тейешле препараттар һалды ла, өләсәһенең янына килде. Тегеһе “эйе” тигәндәй баш ҡаҡты. Вена тамырына уколды ҡаҙап бөткәс, өләсәһе йылмая биреберәк шыбырланы: “Рәхмәт, ҡыҙым, әл дә һин бар... Кухняға сығып тор, йәме... Бәхетле бул”. Кухняла ул тыйыла алмай бер аҙ илап ултырҙы ла, тағы өләсәһенең яғына ыңғайланы. Сәғилә әбей йән биргәйне инде... Айҙарҙың көнө һиҙелмәй ҙә үтте, әммә кис өйгә ҡайтыуға уны ҡайғылы хәбәр көтә ине: өләсәһе яҡты донъянан китеп тә барған. Вилә шылтыратып әйткән икән. – Ни сәбәпле? – тип һорамай булдыра алманы ул. – Сирләй ине бит, табиптар ике ай ғына йәшәр тип әйткәйне, дөрөҫкә сыҡты, – тип башын эйҙе атаһы. Осраҡлы ғына шулай тура килгәнме, әллә Вилә өләсәһенең үтесен кире ҡаға алмағанмы? Әсәһе менән Вилә яңы ғына мәрхүмә янына киткәндәр икән, тәрбиәләп күмеү мәшәҡәттәре күп шул. Улар төн ауышыуға ғына ҡайтып инде. Арып ҡайтҡандарын күрһә лә, Айҙар, һеңлеһенең бүлмәлә үҙе генә ҡалғанын көтөп алып, эргәһенә килде. – Вилә, һиңә бер һорауым бар: ҡара әле, һин эшләнеңме быны? Былай ҙа күҙҙәре шешенеп бөткән ҡыҙыҡай тағы үкһеп иларға кереште. Яуап бирмәһә лә, бөтәһе лә аңлашыла ине хәҙер. – Нисек ҡулың барҙы быға? – тине ағаһы төшөнкө тауыш менән. – Өләсәйебеҙҙе бөтөнләй яратмағанһың икән. – Дөрөҫ түгел. Яратҡан өсөн шулай эшләнем дә инде, – тип ризалашманы Вилә. – Уның яфаланыуына башҡаса ҡарап тора алманым. Был минең яҡтан шәфҡәтлелек булды. – Шуның өсөн дә үлтерергә булдыңмы? Үҙ өләсәйеңде... – Ул былай ҙа үлем алдында ине. Мин уны фәҡәт һыҙланыуҙан ҡотҡарҙым, – Виләнең ирендәре ҡалтырай, күҙҙәре тулы йәш ине. – Айҙар, ә мин ни эшләргә тейеш инем һуң? – Минең һымаҡ, йәғни баш тартырға. – Һин уның күҙҙәрен күрмәнең – шул тиклем инәлеп үтенә ине. ... Айҙар төшөндә өләсәһен күрҙе. Әбей уның янына килеп, бала саҡтағы кеүек, арҡаһынан һөйөп алды: “Һин Виләне ғәйепләмә йәме, уға үҙем ҡуштым, был минең ҡарарым”, – тип йылмайҙы ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?.. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.