“Аҫылташ” этностудияһы милли башҡорт кейемен, биҙәүестәрен һәм кәсептәрен тергеҙеү менән шөғөлләнә. “Башҡорт аты” фестивалендә улар “Сергетыш” конкурсында ҡатнашырға йыйына. Сергетыш аттың арҡаһын ябыу өсөн ҡулланыла һәм эйәр аҫтына һалына. Уны туланан, балаҫтан, тиренән, кейеҙҙән эшләгәндәр. Башҡорттар араһында кейеҙ сергетыштар киң таралған булған. – Кейеҙ баҫыр өсөн көҙ ҡырҡылған һарыҡ йөнөн ҡулландыҡ, сөнки ул тығыҙ итеп ултыра. Аҡ һәм ҡара кейеҙҙәрҙе ҡорама, ҡайып сигеү, аппликация һәм йөн аквареле техникаларын ҡулланып биҙәнек, – ти студия етәксеһе Лилиә Байморатова. Сергетыш эшләү кәсебе һуңғы йылдарҙа онотола башлағайны, шуға күрә “Башҡорт аты” фестивале ойоштороусылары уны тергеҙеү маҡсатында айырым конкурс ойошторорға ҡарар итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән уҙғарыла. Быйыл ул 15 – 16 августа, һәр ваҡыттағыса, Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үтә. Фестивалдең маҡста – башҡорт тоҡомло аттарҙы халыҡ-ара кимәлдә танытыу, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ әҙерләү традицияларын тергеҙеү, халыҡ кәсептәрен һәм уйындарын үҫтереү. Фото һәм видео "Аҫылташ" этностудияһы архивынан.