Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының (Росреестр) власть һәм урындағы үҙидара органдары менән «Төҙөлөш өсөн ер» һәм «Туризм өсөн ер» проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләһен тикшерҙеләр. Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец хәбәр итеүенсә, торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланырға мөмкин булған ер участкаларын асыҡлау буйынса эш «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә алып барыла. 2020 – 2024 йылдарҙа 1 700-ҙән ашыу ер участкаһы асыҡланған, уларҙан дөйөм майҙаны 82 гектар булған 422 участка торлаҡ төҙөлөшөнә индерелгән дә инде. Тағы 1 289 участка, артабан әйләнешкә индереү өсөн, Асыҡ кадастр картаһында урынлаштырылған. Бынан тыш, 2022 йылда Башҡортостан «Туризм өсөн ер» федераль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса пилот төбәктәрҙең береһе статусын алды. Уның сиктәрендә туристик инфраструктура объекттарын урынлаштырыу өсөн яраҡлы участкаларҙың мәғлүмәт базаһы булдырылды. Участкалар тураһында мәғлүмәтте был һорау менән ҡыҙыҡһыныусы инвесторҙар ирекле ҡулланылышта таба ала. – Торлаҡ төҙөлөшө өсөн асыҡланған ер участкаларының дөйөм майҙаны буйынса Өфө (606 га), Архангел (305 га), Ҡырмыҫҡалы (209 га), Шишмә (167 га), Нуриман (156 га) райондары алдынғы, – тип билдәләне Петр Клец. – Күмертау (420 гектар), Дәүләкән (128 гектар), Шаран (28 гектар), Ғафури (26 гектар), Баҡалы (22 гектар) райондары туристик эшмәкәрлеккә ер участкаларын асыҡлау буйынса лидерҙар булды. Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, ер участкаларын торлаҡ төҙөлөшөнә һәм туристик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында перспективалы объекттар тураһында мәғлүмәт йыйыу көнүҙәк булып ҡала, тип билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға һәм муниципалитеттарға Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы (Росреестр) менән хеҙмәттәшлекте көсәйтергә ҡушты. – Ер файҙаланылһын өсөн, мөмкинлектәрҙе ябайлаштырырға һәм стимулдар булдырырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Төбәктең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы участкалар бүлеү буйынса талаптарҙы ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә, ә мин әлегә уны либераль режимда бүлеү яҡлы. Мине, моғайын, сауҙаһыҙ ер бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйған осраҡтарҙа тәнҡитләйҙәрҙер. Барыһына ла шуны әйтергә теләйем: беҙ ерҙе былай ғына түгел, ә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бирәбеҙ, ҡарарҙарҙы «Инвестиция сәғәттәре»ндә ҡабул итәбеҙ. Артабанғы үҫеш өсөн ер алырға теләгән предприятиеларға һәм юридик шәхестәргә талаптарҙы һиҙелерлек кәметтек. Шул уҡ ваҡытта ниндәй маҡсат менән биреүебеҙҙе аныҡ билдәләйбеҙ. Ерҙе әйләнешкә индереү, йәғни туризм, торлаҡ төҙөлөшө, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн, артабан да мөмкинлектәр булдырасаҡбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы.
"Төҙөлөш өсөн ер" һәм "Туризм өсөн ер" федераль проекттары нисек үтәлә?
12 августа 202412 авг 2024
2 мин