Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был конкурста коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала, уларҙың Башҡортостан Республикаһында теркәлеүенә ярты йылдан да кәм булырға тейеш түгел. ОКВЭД буйынса уларҙәң эшмәкәрлеге түбәндәгеләрҙән торорға тейеш: фильм етештереү; кино йылъяҙмаһы етештереү; фильмды тиражлау; прокатлау; күрһәтеү; тергеҙеү; фильм төшөрөүгә бәйле эштәр башҡарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү; кино ҡорамалдары, кино материалдары әҙерләү; кинематография өлкәһендә белем биреү, ғилми һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барыу; ошо өлкәлә нәшерселек эшмәкәрлеге. Конкурстың дөйөм бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә. Тулы метражлы фильм йә сериалға - 15 миллионға, ә ҡыҫҡа метражлыһына 5 миллионға тиклем грант алырға була. Йүнәлештәр - туғыҙ: тарихи һәм мәҙәни хәтерҙе һаҡлау; балаларға - мөһим төшөнсәләр тураһында; дуҫлыҡ республикаһы; хәҙерге Башҡортостан; әҙәби мираҫ; гражданлыҡ; Геройҙар ваҡыты; "Атайсал" изге ғәмәлдәре; йәш Башҡортостан. Ғаризаларҙы 19 август, киске сәғәт 5-кә ҡәҙәр биреп өлгөрөргә кәрәк.
Республика Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана
12 августа 202412 авг 2024
1 мин