"Мин кеше ләһә..." Һалдаттар, ундағы кешеләр һуғыштан арыған. Үткән йыл яугирҙәрҙең һөйләп һүҙҙәре бөтмәгән кеүек ине, быйыл улар тынысыраҡ, уйсаныраҡ күренде. Ләкин сәғәттәр буйы, көн һуҙымында һөйләшеп-аралашып, бергә ашап йөрөгәндән һуң, яугирҙәрҙәге көслө ярһыу, арҡандан ысҡынып сабып китерен сабыр ғына көткән толпарҙағы кеүек дәрт-ынтылыш бара-бара ныҡ һиҙелә. Уларҙы яуға дәрт-дарман, иртәгәһе көнгә ышаныс әйҙәй, ә үс, ҡон ҡайтарыу хисе түгел. Ишембайҙан килгән “Солтан” позывнойлы медицина яугире: “Ағай, беҙҙекеләр дошманды ҡыйратҡанда ла шәфҡәтлерәк ҡылана, ә улар йыртҡыстарса үлтерә, мәйеттәрҙе хәшәрәттәрсә мәсхәрәләйҙәр... Унда ла әҙәпһеҙҙәр, аңһыҙҙар”, – тигәс, мин телһеҙ ҡалдым. Был фекерҙе мин бер нисек тә башыма һыйҙыра алмайым: үлемдең дә, үлтерештең дә шәфҡәтлеһе, миһырбанһыҙы була икән дә... “Солтан” дауам итә: – Яу яланында яралы дошман яугирҙәре лә тап булғаны бар. Бер ни уйламай уларҙың да яраһын бәйләп, ярҙам итәм, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалам. Башҡаса мөмкин түгел... Мин кеше ләһә. Ул да кеше... Беҙҙең КӨСөбөҙ, хаҡлы булыуыбыҙ, эйе, ана шунда, Кеше булыуыбыҙҙа. Беҙ кешелеккә Көнбайыштан килгән башҡа һыймаҫ әҙәпһеҙлектән, алдаҡ мәхшәр “иреклелектән”, “нам все можно” тигән ҡапҡандан әҙәп, күңел, донъяуи азатлыҡ алып киләбеҙ. Быны хәҙер барыһы ла аңлай башланы, шикелле. “Нәфсең ҙур булмаһа, үкенестәрең дә әҙерәк булыр”, ти беҙҙең халыҡ. Көнбайыштың, АҠШ ҡолона әйләнгән Европаның нәфсеһе хәтәр ине, үкенестәре лә, күрәсәктәре лә ауыр булыр, ахыры. Команда пункттарында командирҙар менән осрашып һөйләшкәндә (Бәләбәйҙән “Адвокат”, Белореттан “Топаз”, “Музей”), уларҙың һәр береһендә тиерлек ошо фекер яңғыраны: “Еңеү өсөн беҙ бында тырышырбыҙ. Ҡоралдар етерлек, бар йәһәттән дә ҡаралғанбыҙ, тәьмин ителгәнбеҙ. Тыл да ныҡ, ярҙам килеп тора. Иң мөһиме – бөгөн илдең абруйын күтәрергә кәрәк! Яңы үҫеп килеүсе быуын илен йәненән артыҡ күреп һөйһә, иленә терәк булһа, Ватан ул саҡта үҙ граждандарына ҡалҡан буласаҡ. Бына шунда КӨС! Ул саҡта беҙгә бер дошман да ырғымаясаҡ, ҡурҡасаҡ”. Егеттәрҙең кәйефе “боевой”, тинем. Күптәре кәпәсе менән айҙы бәреп төшөрөр егеттән уйлы, хәстәрле ир-азаматҡа, уйсан ир-философҡа әйләнгән. Салауат районы егете, йәш кенә “Ханыч” – ата-әсәһенең берҙән-бер улы, балаһы. Өйләнмәгән дә әле. Ата-әсәһенең ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, мин – егет, тип ныҡышып киткән яуға. Батыр, сая икәне күҙгә ташланып тора. “Шунан, аңланыңмы тормошто?” – тип һорайым. – Эйе, – ти был, – был донъяла иң ҡәҙерлеһе ғаилә, атай-әсәй икән. “Бытовой” тормошта быны аңламайһың, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайһың, үҙем беләм, тип йәшәйһең. Һағындыра. Өсәүләшеп ултырып сәй эскән мәлдәр һағындыра. Шул саҡта ла, бергәләп өҫтәл янында ултырғанда ла, рәхәтләнеп һөйләшеп ултыр бит инде, их, ҡайҙалыр ҡабаланған булабыҙ... “Ысынын әйткәндә, тормошта хәл итмәҫтәй мәсьәләләр юҡ. Беҙ уны уйлап табабыҙ ҙа ҡабартабыҙ. Һүҙ ҙә юҡ, хәстәрһеҙ, хәсрәтһеҙ йәшәмәй кеше. Тик һинең баш осоңда үлем салғыһы ялт-йолт килмәй икән, яҡындарың янында, үҙ иткән ереңдә мөмкин тиклем йәшә, кинән! Элек иҫәр кеше кеүек проблема, эш тип йүгергәнем дә йөрөгәнмен. Хәҙер минең бер мәсьәләм дә юҡ. Ысынлап. Бөтәһен дә хәл итеп була. Һаулыҡ кәрәк. Донъя именлеге, күңел тыныслығы кәрәк. Имен ҡайтһам, тормошто иҫ китерлек итеп яратып йәшәйәсәкмен, йылмайып, көлөп, кешеләрҙе яратып” – ошондай фекерҙе күптәрҙән ишеттем. Ошолар барыһы ла минең яҙмамда яугирҙәр күҙлегенән, яугирҙәр күңеленән, яугирҙәр ҡарашынан сығып яҙылыр. Юлъяҙмамдың башын тележурналист Илдар Юлдыбаев һөйләгән хәтирә менән тамамлағым килә. Кременной яғына барғанда юлда һыналған кафе бар. Һыналған, тим, сөнки һәр урында ашап та булмай, ышаныслы ашханаларға инәһең, Улар күп тә түгел, шулай ҙа... Диверсанттар йоҡламай, аш ҡаҙанына ағыу ҙа һалырға мөмкиндәр бит. – Ана шул кафела ашап ултыра инек, ҡапыл бер ҡатындың ҡулында сабыйы әсе итеп илап ебәрҙе. Геү килеп торған кафе ҡапыл тынып ҡалды. Күптән бәпес илаған тауышты ишетмәгән яугирҙәр ашауҙан туҡтаны. Беҙҙең өҫтәлдәгеләр ҙә ҡалаҡтарын ҡуйҙы. Шул саҡ “13-сө”: “Уф, ҡалай кинәнес. Бәпес илай, был, исмаһам, ысын тормош. Ҡалай ҡыҙҙарымды һағынып киттем. Илауы ла танһыҡ”, – тигәйне, барыбыҙ ҙа йылмайып ебәрҙек. Беҙгә лә рәхәт ине. – Ул иламай, ул саф тауышы менән иртәгәгә ауаз һала. Егеттәр, донъяла әле йәшәргә була! – Һәр ваҡыттағыса, фәлсәфәле һығымта яһай “13-сө”. Өйҙөң йәне – әсәләрҙең наҙлы ҡарашында, донъя йәме – сабыйҙың гөр-гөр килгән тауышында, сихри йылмайыуында, илдең даны – атайҙың КӨСлө ҡулында, ҡайнар йөрәгендә. Беҙ быны беләбеҙ. Комбат Каховка һыу һаҡлағысының был яҡ ярында дошман үтмәһен өсөн беҙҙең батальон тора. Унда күпселектә Өфө ҡалаһы һәм районы, Нефтекама, Ҡалтасы яҡтарынан егеттәр йыйылған. Батальон командиры Андрей Юрьевич БЕЛОВ менән осрашырға, әңгәмәләшеп ултырырға яҙҙы. Сая ҡараш, төҙ кәүҙә. Йөҙө ҡоростай, бер йылмайыу әҫәрен, шатланамы, һағышланамы – һис тә хис-тойғоһон тотоп булмай. Блиндажда, штабта һөйләшәбеҙ. Беҙҙең янда штаб начальнигы, телефонист, замполит бар. Улар әңгәмәгә ҡушылмай, беҙгә иғтибар ҙа бирмәйҙәр. Һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл. Хәрби стационар телефондан телефонограмма килһә (сәғәт ярым әңгәмә мәлендә өс тапҡыр ҡабатланды), комбатҡа еткереп торҙо ҡолағына аппарат таҡҡан, бер туҡтауһыҙ тыҡ-тыҡ килгән йәш егет. Хәрби етәксе, ҡамасаулап йөрөйһөгөҙ, йә, шул һорауығыҙға яуап бирмәйем, тип тә әйтмәне, һәр һорауға, үтенескә аныҡ һәм асыҡ яуаптар бирергә тырышты. Йәшермәне, ҡасманы. Бындай ышаныслы ир-азамат менән һөйләшеүе лә рәхәт, күңелгә лә тыныс, һалдаттар һәм ил өсөн дә борсолоу юҡ кеүек. Вәдүт, Илдар өсәүләшеп ҡаршыһына ултырып алып, һорауҙар бирҙек. – Нисек килеп эләктегеҙ бында? – тип һүҙ башланы Вәдүт Ғәйфулла улы. – Барыһы ла ябай: повестка килде, военкоматҡа барҙым. Военком аша өлөшләтә мобилизация буласағын белдем. Ул: “Адвокат иптәш, һеҙгә бронь бар, ҡалырға ла мөмкинһегеҙ, уйланығыҙ”, – тине. “Уйланаһы юҡ, ил саҡыра икән, барам, хәл ителгән”, – тинем. Был һөйләшеү 2022 йылдың сентябрь аҙаҡтарында булды. 3 октябрҙә Һарытау ҡалаһында инем инде, батальон штабы начальнигының урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнеләр, өлкән лейтенант дәрәжәһендә. – Аңлауымса, һеҙ “кадровый” офицер булып хеҙмәт иткәнһегеҙ? – Бала саҡтан уҡ хәрби булырға хыялландым, ныҡлап спорт менән шөғөлләндем, мәктәп йылдарында үҙемде бик әҙерләнем. Бәләбәйҙә бер осор хоккей бик популяр булып алды, төрлө кимәлдәге ярыштарға йөрөй торғайныҡ. Эйе, мин ваҡытында Силәбе хәрби танк училищеһын тамамланым. Һуңынан Алыҫ Көнсығышта Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә танк взводы, артабан танк ротаһы командиры булдым. Минең игеҙәк ағайым Алексей бар, уның менән бергә хеҙмәт иттек. – Ул да хәрби кеше, тимәк. Ул ҡайҙа бөгөн? – Һуңғараҡ уның тураһында ла әйтермен. Ҡыҫҡаса хеҙмәт юлым былайыраҡ: хәрби хеҙмәттән һуң, тыуған ҡалама – Бәләбәйемә ҡайтып, Эске эштәр органдарында өлкән лейтенант дәрәжәһендә наркоконтроль әйләнеше буйынса оперуполномоченный булып эш башланым. Хеҙмәтемде подполковник дәрәжәһендә бүлек начальнигы булып тамамланым да, белемемде камиллаштырып, адвокат булып киттем. Был биләмәгә килгәнсе Өфөлә Адвокаттарҙың республика коллегияһында ине хеҙмәтем. Әлегә ваҡытлыса эшемде туҡтатып торҙом, күреп тораһығыҙ, башҡа вазифаламын. 2022 йылдың 16 октябрендә, беҙҙеңсә әйткәндә, “линейка”ны, йәғни яу сиген үтеп, Запорожье өлкәһендә урынлаштыҡ. Тәүҙә батальон штабы начальнигы булып хеҙмәт иттем. Капитан, артабан батальон командиры итеп үрләтелгәс, Рәсәйҙең ул саҡтағы оборона министры Шойгу бойороғо менән майор дәрәжәһе бирелде. Бөгөн иһә N һанлы 1-се уҡсы батальоны командирымын. – Һеҙ, тимәк, мобилизацияға эләккән булып сығаһығыҙ?Адвокаттар күпме бында? – Белеүемсә, беҙҙең республиканың Адвокаттар коллегияһынан бөгөн МХО биләмәһендә алты кеше илебеҙҙе һаҡлай. – Бында килеү ҡарары еңел бирелдеме? – Илемдең төрлө осорон кисерҙем. Оло СССР тарҡалды, Рәсәйҙең тубыҡланған еренән яңынан ҡалҡыныуы, ил эсендәге ғауғалар – барыһын да күрҙем, барыһы ла йөрәк аша үтте. Тик мин бер ҡасан да илем тормошонан, илемдәге барған фажиғәләрҙән дә, ҙур еңеүҙәрҙән дә айырылманым, ситтә булманым, илем яҙмышы минең дә яҙмышым икәнен аңлап йәшәнем, хеҙмәт иттем. Рәсәй ниндәй генә хәлдә булһа ла, тарихы бөйөк, бөгөнгөһө бай, абруйы ҙур булып аңыма һеңгән. Үҫеп килгән быуынды, улар Көнбайыш йоғонтоһона бирелмәһен өсөн, Рәсәйҙең бөйөклөгөн, мөһабәтлеген һеңдереп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Военкоматҡа саҡырғастар ҙа, башымда икеләнеү уйы ла булманы, илгә кәрәк икән – алға! Мин – илем байрағын үбеп ант биргән хәрби: илемде дошман баҫып алыуын намыҫым ҡушмай. Мин генә түгел, барыбыҙ ҙа шулай, ағайым да, улым да, башҡалар ҙа – патриоттар. Игеҙәк ағайым Алексей шулай уҡ Эске эштәр министрлығының отставкалағы подполковнигы. Ул да минең кеүек хәрби кеше ине йәш сағында. Әле Силәбелә йәшәй. Мин ошо биләмәгә киткәс, ул да повестка килер тип көттө. Көтөп тә көтөк булып килмәгәс, 2022 йылдың 25 декабрендә поезға ултырып, үҙ теләге, үҙ юлы менән Донецкиға килә. Унда инде военкоматҡа килеп, үҙенең ирекмән булып илде һаҡларға теләүен белдерә. Ә хәрби булараҡ лейтенант ине. Ул хәҙер мине уҙып китте инде (комбаттың һөйләшендә көлөмһөрәү тоны һиҙелеп ҡалды, йөҙөндә бер аҙ йылмайыу сатҡыһы күренде). Алда әйткәнемсә, мин өлкән лейтенант инем. Әле лә хәтерләйем, Алыҫ Көнсығыш округында хәрби әҙерлек буйынса иң һәйбәт взвод командиры булараҡ 1992 йылда ул саҡтағы оборона министры Грачев үҙ ҡулы менән ваҡытынан алда был хәрби дәрәжә погонын тотторғайны. Бында килгәс тә игеҙәгемде 1-се армия корпусына хеҙмәт итергә ебәрҙеләр, штаб начальнигы итеп. Юғары вазифаларҙа эшләне был ике йылда, әйтергә кәрәк, хәрбиҙәрсә аҡыллы һәм тәртипле, ҡыйыу тотто үҙен, бөгөн ул – полковник, полк командиры. Батырлыҡтары, хәрби уңыштары өсөн Рәсәйҙең Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме лә бирелде. – Ысын мәғәнәһендә үҙ эшен белгән, ҡаһарман игеҙәгегеҙ бар. Һеҙҙең нәҫелдең генә түгел, республика ғорурлығы ла Алексей Юрьевич Белов. Беҙҙән сәләм әйтерһегеҙ. – Ҡайтышлай Донецк аша үткәндә инеп сығығыҙ, ул Башҡортостандан һәр вәкилде көтөп ҡаршы ала. Ысынлап, ярата ул яҡташтарын, ултырып бер көрөшкә сәй эсһәгеҙ ҙә, уның ни тиклем алсаҡ һәм киң күңелле икәнен күрерһегеҙ. (Комбат игеҙәгенең телефонын бирҙе, тик беҙ Донецк аша төн уртаһында үттек, шулай ҙа алдараҡ шылтыратып ғәфү үтендек, инә алмауыбыҙ хаҡында иҫкәрттек. Ул үкенеүен, ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, өҫтәл әҙерләп көтөп ултырыуын әйтте. Илдар Юлдыбаев, бер нисә көндән яйлап килеп сығырмын, тигәс, тынысланып, көтәм, тип белдерҙе Алексей Юрьевич. Күпме иғтибар иткәнем бар, ысын Геройҙар шулай ихлас һәм эскерһеҙ рәүештә кешеләрҙе ярата). – Һеҙ үҙегеҙ бынан алда “утлы” нөктәләрҙә булғанығыҙ бар инеме? – МВД линияһы буйынса Чечен Республикаһында, Урус-Мартанда, конституцион тәртип урынлаштырыу буйынса ярты йыллыҡ командировкала булырға тура килде. – Тимәк, һеҙ дары еҫен еҫкәп, һалдаттар менән бергә юғалтыуҙар кисереп... Саҡырыу көтмәй илде һаҡларға ынтылыуығыҙ аңлашыла. – Тағы бер ҡабатлайым, илдең именлеген яҡлау, ирлек намыҫын һаҡлау – ул беҙҙең ҡанда. Мин был биләмәлә ҡасандыр бергә уҡыған, ҡайҙалыр бергә хеҙмәт иткән офицерҙарымды күп осраттым. Ил йөрәгенә ут ҡапҡанда улар үҙ именлектәрен уйлап, өйҙә ҡала алмай, был башҡа һыймаҫлыҡ хәл буласаҡ. “Есть такая профессия – Родину защищать” тигән ҡанатлы һүҙ бар бит, ул беҙгә ҡағыла, ул һүҙ генә түгел, был бурыс, данлы бурыс беҙҙең. Ул – аңыбыҙҙа, ҡаныбыҙҙа. Таныш офицерҙар араһында хәрби округ начальниктары урынбаҫары, армия командирҙары ла бар. Күптәр улар. – Араларында “теге” яҡта хеҙмәт итеүселәр ҙә бармы? Ни тиһәң дә, СССР заманында уҡығанһығыҙ бит. – Бер көн шулай Донецк ҡалаһында элек бергә уҡыған иптәшем менән, бөгөн ул ... һанлы армияға етәкселек итеүсе, генерал-лейтенант, позывнойы “Томан”, һөйләшеп ултырҙыҡ та, беҙҙең сығарылыштан нисә генерал бар әле, тип һанарға тотондоҡ. Бөгөн беҙҙең Силәбе хәрби танк училищеһын 1994 йылда тамамлаусылар араһында туғыҙ генерал был биләмә өсөн үҙ ғүмерен аямай яуға күтәрелә, һалдаттарын күтәрә. Мин “туғыҙ” тим, “Томан”, мут ҡына йылмайып, “юҡ, ун” ти. Фамилияһын әйтмәйем, беҙҙең менән шул-шул уҡыны, бөгөн ул Украина хәрби көстәре етәксеһенең урынбаҫары. – Яҙмыш инде, бөгөн килеп бер-берегеҙгә ҡаршы һуғыш алып бараһығыҙ? – Училищела уҡығанда ла, һуңынан да беҙ үҙ-ара бик тығыҙ аралаштыҡ, мин барыһының да исем-затын яттан тигәндәй беләм, ҡайҙалыр юлдарыбыҙ киҫеште, әле лә тыуған көндәр йә башҡа иҫтәлекле ваҡиғалар айҡанлы ҡотлашып, сәләмдәр ебәрешеп торабыҙ. Әйткәндәй, яңыраҡ училище тамамлауыбыҙға 30 йыл булды, үҙ-ара иҫтәлекле, ҡыҙыҡлы фотолар менән уртаҡлаштыҡ. Һәр кемдең үҙ ғүмере, үҙ яҙмышы... Яҙмыш, тигәндәй, улым Никита ла бында. – Оһо, ул ҡайҙа? Һеҙҙең менәнме? – Эйе, ошо батальонда, әлеге мәлдә подразделениела. – Нисә йәш, офицермы, нисек ул бында эләкте? – 26 йәш уға. Юҡ, офицер түгел. Нисек, тип... Яңы йылдан һуң отпускыға ҡайттым. Улым Себерҙә ҙур нефть компанияһында инженер булып эшләй ине, эш хаҡы юғары, 300 мең һумдан да кәм алмай. Ул да өйҙә ине: “Атай, һинең менән барам”, – ти. Мин уны өгөтләмәнем дә, ни өсөн ул ҡарарға килергә булғандыр. Ҡаршы ла килеп булмай, офицер була тороп, шундай ҡарар ҡабул иткән икән, нисек улыңа “өйҙә ят” тип әйтәһең инде. Ир, офицер намыҫы ҡушмай. Һиңә аҡыл өйрәтәһе түгел, үҙең һайлайһың яҙмышыңды, тинем. Ул “һинең менән барам” ти. Ҡатыныма, улымдың әсәһенә, ошо ҡарарҙы ҡабул итеү бик ауыр булды. Беҙ уның менән 27 йыл бергәбеҙ, утын да үттек, һыуын да кистек, Алыҫ Көнсығыштан Чечняға тиклем бергә кисерҙек, тигәндәй. Минең был биләмәгә юлланыуымды ул, офицер ҡатыны булараҡ, нисек тә ҡабул итә, хеҙмәт, эш тип ҡарай, ә улына... Әсә йөрәге башҡасараҡ һөйөү менән баға, яна. Уның өсөн нығыраҡ борсола, шылтыратып тора. Хәҙер улым бында. Мөнир ҠУНАФИН.