Башҡортостанда 2024 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса дөйөм эшһеҙлек кимәле 1,5 процент тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда күрһәткес юғарыраҡ булған – 2,3 процент. Республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында һөйләне. Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә, хеҙмәт баҙарында тотороҡлоҡҡа ойошмаларға һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә ярҙам сараларын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде. Һүҙ мәшғүллекте дәртләндереү буйынса федераль программаларҙа ҡатнашыу, шулай уҡ республиканың тармаҡ проекттарын әҙерләү хаҡында бара. – Республикала республиканан ситтә вахта ысулы менән эшләүселәр һанын кәметеү өсөн “Башҡорт вахтаһы” проектын башлап ебәрҙеләр. Уның маҡсаты – вахтасыларға Башҡортостанда эш табырға ярҙам итеү, – тине Ленара Иванова. – Муниципалитет хакимиәттәре һәм мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә асыҡ кадрҙар һайлап алыу ойошторабыҙ. 2024 йыл башынан алып ошондай 20-нән ашыу сара үткәрҙек, унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Программа эше һөҙөмтәһендә республика баш ҡалаһынан ситтә йәшәгән 215 кеше “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе”нә эшкә урынлашҡан. Шулай уҡ республика субсидияланған найм федераль программаһында ҡатнаша, уның буйынса эш биреүселәргә граждандарҙың айырым категориялары эшкә урынлашҡанда хеҙмәт хаҡына сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау ҡарала. Ошо программа буйынса 2024 йылда 2,5 меңдән ашыу йәш кеше 400 эш биреүсегә эшкә урынлаштырылған, уларҙың 87 проценты эшсе һөнәрҙәре буйынса вакансияларға ингән. Кәңәшмәлә Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, республиканың хеҙмәт баҙарындағы хәл, тотош ил буйынса кеүек үк, хеҙмәткә ҡытлыҡ менән бәйле. Эш биреүселәр тәҡдим иткән буш эш урындарының 67,1 процентын эшсе профессиялар буйынса вакансиялар тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшсе һөнәрҙәргә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә кәрәклеген билдәләне. Республика етәксеһе төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына урта махсус уҡыу йорттарында абитуриенттар һанын арттырыу буйынса саралар әҙерләргә ҡушты. – Беҙҙең алда глобаль бурыс тора, һәм беҙ уны предприятиелар кәрәкле белгестәр ала алһын өсөн хәл итергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. - Урта махсус уҡыу йорттарына эшсе һөнәрҙәр буйынса абитуриенттар ҡабул итеүҙе арттырыу зарур. Әгәр талап ителһә, тап эшсе һөнәрҙәренә уҡырға теләгән абитуриенттарҙы һайлап алырға кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.