Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ ныҡ үҙгәрҙе

450 йыллыҡ юбилейы алдынан баш ҡалабыҙ төҙөлөш майҙанын хәтерләтә – урамдар ремонтлана, спорт ҡоролмаларын төҙөлә, скверҙар, парктар төҙөкләндерелә һәм башҡалар. Күптән көтөлгән спорт объекттарының береһе – көрәш һарайы. Төҙөлөш көҙгә тамамланырға тейеш. Бында халыҡ-ара һәм дөйөм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәреү өсөн спорт комплексы, балалар менән эшләү үҙәге, йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа блогы, ҡунаҡхана һәм паркинг, 3319 урынлыҡ трибуналы универсаль спорт-концерт залы урынлашасаҡ. Быйыл бында “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы үтәсәк. Шулай уҡ көҙгә Инорс биҫтәһендә Ишкәкле слалом комплексы эшләй башларға тейеш. Уның тәғәйенләнеше – шәп аҡҡан һыуҙа ишкәкле слалом, фристайл буйынса уҡыу-күнекмә һәм спорт сараларын үткәреү. Тағы бер спорт объекты – Затондағы фехтование үҙәге. Үҙәктә 350-370 урынлыҡ тамашасылар трибунаһы, оператор, тренажер залы, шәхси дәрестәр өсөн спорт залы, ял бүлмәһе ҡаралған. Бер сменала үҙәктә 80-гә тиклем спортсы шөғөлләнәсәк. Яңы спорт һарайына фехтование буйынса РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Рәмил Әйүповтың исеме биреләсәк. - Көрәш үҙәген асыу тантанаһы 31 авгусҡа планлаштырылған - ҙур спорт байрамы буласаҡ. Ә инде көҙөн юғары ҡунаҡтар десантын көтәбеҙ. Бында "Рәсәй - спорт державаһы" форумы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы уҙасаҡ, — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Фото сығанағы: vk.com/ufa?ysclid.