Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың мәктәп медицина хеҙмәтен үҫтереү тикшерелде. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, уҡыған урын буйынса медицина ярҙамын Башҡортостандан 505 меңдән ашыу уҡыусы ала. Уны 213 табип-педиатр һәм 537 урта медицина персоналы хеҙмәткәре күрһәтә. Улар медицина тикшереүе үткәрә, эпидемияға ҡаршы саралар – туберкулинодиагностика һәм вакцинопрофилактика, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай. Белем биреү ойошмаларын медицина хеҙмәткәрҙәре менән комплектлау 93 процент тәшкил итә. – Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәктәп йәшендәге балаларҙа күберәк нервы системаһы ауырыуҙары асыҡланды, икенсе урында – аш һеңдереү ағзалары, өсөнсөлә – күреү ауырыуҙары, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. – Тикшерелгән балаларҙың 22,8 проценты – сәләмәт балалар, 61,3 проценты – функциональ етешһеҙлектәр менән икенсе төркөмдә, 11,9 процентында – хроник ауырыуҙар. Башҡортостандың мәктәп стоматологияһы хеҙмәте эшләгән Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урын биләүен өҫтәне республиканың һаулыҡ һаҡлау министры. Атап әйткәндә, төбәктәге белем биреү ойошмаларында 239 стоматология кабинеты эшләй, шуларҙың 110-ы “Юғарыға ос!” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен ғәмәлгә ашырыу барышында асылған. Бынан тыш, 2020 йылдың ноябренән “Толпар” күсмә стоматология комплексы даими рәүештә республика муниципалитеттарына юллана. Ошо ваҡыт эсендә 78 ҡалала һәм районда интернаттарҙа, приюттарҙа, балалар йорттарында, реабилитация үҙәктәрендә һәм коррекция мәктәптәрендә 9 мең самаһы баланы стоматологтар дауалаған. Уларҙың 2 209-ы – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Башҡортостан Башлығы республика мәктәптәрендә “Юғарыға ос!” проекты буйынса стоматология кабинеттарын артабан йыһазландырыу кәрәклеген билдәләне. – Был эш туҡталып ҡалырға тейеш түгел. 500-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология бүлмәһен асырға кәрәк, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Был хәлде аҙағынаса еткерергә кәрәк. Бөтә кәрәкле шарттар булдырыуҙы айырыуса ауыл ерендә башларға кәрәк. Бәлки, балалар булған иң төпкөл ауылға барып етеү һәм улар өсөн стоматология ярҙамының тулы спектрын тәьмин итеү мөмкинлеге булһын өсөн тағы бер-ике “Толпар” комплексын һатып алырға кәрәктер. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.