Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ауыл тренеры” дәрт-көс өҫтәй

АУЫЛ ТРЕНЕРЫ 2023 йылдан башлап Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына, уларҙың тренерҙарына ғүмерлек дәүләт стипендиялары түләнә. Башҡортостанға килгәндә, спорт өлкәһендә һигеҙ меңдән ашыу тренер, инструктор һәм белгес эшләй. Йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтә – Спорт һөйөүсе кеше булараҡ шуны аңлайым – тап ошо ғәмәл йәштәргә дөрөҫ юл күрһәтә. Ул кәүҙәне генә сыныҡтырмай, күңелде лә көслө итә, кешенең киләсәген дә билдәләй, шуға күрә беҙ спортҡа күп иғтибар бүләбеҙ, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәрмәкәйҙә бассейнлы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын асҡан ваҡытта. Һуңғы йылдарҙа республикала яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә, булғандары сынъяһау итеп үҙгәртелә һәм был тармаҡтың үҫеше өсөн башҡа бихисап эштәр атҡарыла. Мәҫәлән, 2020 йылдан республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән "Ауыл тренеры" программаһы уңышлы эшләп килә. Һөҙөмтәлә ул беҙҙә генә түгел, федераль кимәлдә лә ҙур популярлыҡ яуланы. Быйыл Белорет ҡалаһынан Руслан Мостафин ошо программала уңышлы ҡатнашты: тренер аҡсалата ярҙам алды. Ул - самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостандың ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, кикбоксинг буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Бар булмышын спорт менән бәйләгән Руслан Мостафин 1981 йылда Белорет ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе уны ҡаланың 17-се гимназияһындағы бокс түңәрәгенә биргәс, бының менән генә риза булмай егет, үҙ теләге менән тағы ла ауыр атлетика секцияһына йөрөй башлай. Мәктәптән һуң Силәбеләге Көньяҡ Урал дәүләт университетының энергетика бүлегенә уҡырға ингәс, Руслан буш ваҡытын уҡыу йортоноң спорт залында үткәрә һәм яңы спорт төрөн – кикбоксингты – үҙләштерә. Ҡулына диплом алған егет хеҙмәт юлын заводта башлай һәм бер йылдан һуң эске эштәр органдарына урынлаша. Алты йыл енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләгән осорҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Белорет районы йыйылма командаһы составында Белорет районы, республика кимәлендә ҡул һуғышы, хәрби самбо һәм самбо көрәше буйынса үткәрелгән ярыштарҙа бихисап алдынғы урындарҙы яулай. Руслан Мостафин ике тапҡыр Волга буйы федераль округының хәрби самбо буйынса чемпионы, хәрби самбо һәм ҡул һуғышы бәйгеһендә бер нисә тапҡыр Рәсәй һәм республика чемпионы, призеры була. 2016 йылда республикала ҡатнаш алышта ла еңеү яулай. 2017 йылда Төмән ҡалаһында ветерандар араһында дзюдо һәм Татарстанда самбо буйынса үткән чемпионаттарҙа ла беренсе урынға сыға. Ошо юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Руслан Мостафинды Грецияның Салоники ҡалаһында ветерандар араһында самбо буйынса уҙғарылған донъя чемпионатына һайлап алалар. Унда ла һынатмай яҡташыбыҙ, икенсе урынға лайыҡ була. Ржев ҡалаһында самбо буйынса спорт мастерҙары араһындағы Рәсәй чемпионатында 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә – өсөнсө, Магнитогорск ҡалаһында дзюдо ветерандары араһында Магнитогорск металлургия комбинаты кубогына ярышта икенсе урынға сыға. Был – спортсы яулаған уңыштарҙың бер өлөшө генә. Самбо – йәшәү мәғәнәһе Бөгөн Руслан Мостафин Белорет ҡалаһының Спорт мәктәбендә самбо секцияһын 14-се йыл алып бара. Тәрбиәләнеүселәренән Матвей Подшивалов Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеү яуланы, Андрей Степанов һәм Радмир Мостафин Бөтә Рәсәй турнирында еңеп сыҡты. Әйткәндәй, секция тренеры Артем Дмитриев турнирҙарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Ул – Волга буйы федераль округы беренселегендә өс тапҡыр еңеү яулаусы. Күптән түгел Руслан Мостафиндың тәрбиәләнеүселәре йәйге лагерҙан ҡайтты. Улар ял итеп кенә ҡалманы, күнекмәләр ҙә үткәрҙе. – Башҡортостанда спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар бар. “Ауыл тренеры” программаһы кеүек дәүләт ярҙамы сараларының булыуы шәп. Ул беҙгә, тренерҙарға, эш өсөн дәрт-көс бирә. Өҫтәүенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең спорт төрө тураһында онотмай. Һөҙөмтәлә ошондай ярҙам һөҙөмтәһендә самбо әүҙемерәк үҫешә. Шул уҡ ваҡытта самбоның Олимпия уйындары төрө түгел икәнлеге билдәле, – ти Руслан Рим улы. Самбо – Рәсәйҙә күп кенә көрәш төрҙәренең шул, иҫәптән милли көрәштең дә элементтары ингән спорт төрө. Спортта еңеү бик мөһим, әммә Руслан Мостафин өсөн секцияға килгән балаларҙың Рәсәйҙең лайыҡлы граждандары, намыҫлы кешеләр булып тәрбиәләнеүе зарур. Спорт кешене физик кенә түгел, рухи йәһәттән дә көслө итә, изгелеккә өйрәтә. Был бигерәк тә көрәш төрҙәренә ҡағыла, сөнки көрәшселәр күҙгә-күҙ ҡарап үҙ оҫталығын күрһәтә. Тренер тәрбиәләнеүселәренә тормошта ла кеше булып ҡалырға, бәхетте ҡайҙандыр алыҫтан түгел, тыуған ереңдән эҙләргә өйрәтә. Тренерҙың улы Радмир ҙа атаһы кеүек маҡсатлы һәм көслө булырға теләй. Әле үк ул – Бөтә Рәсәй турниры еңеүсеһе. Тиҙҙән Белорет самбистары “Ар ташы” туристик базаһында ойоштороласаҡ сираттағы күнекмәләр йыйындарына барасаҡ. Унда Башҡортостан, Свердловск өлкәһе һәм Ҡаҙағстан спортсылары күнекмәләр үткәрә. Сентябрҙә иһә Бөтә Рәсәй турниры ойошторола. Унда Белорет спортсылары сираттағы еңеүҙәрен яуларға уйлай. Күнекмәләр эшләргә, үҙенең оҫталыҡ серҙәрен балаларға еткерергә, яратҡан ғаиләһенә ваҡыт бүлергә, бергәләп ял итергә, сәйәхәт ҡылырға өлгөргән Руслан Мостафин үҙен спорттан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Был уның өсөн яратҡан хобби ғына түгел, йәшәү мәғәнәһе лә. ӘЙТКӘНДӘЙ... Белорет районынан 29 тренер-уҡытыусы “Ауыл тренеры” программаһы буйынса аҡсалата түләүҙе алды. Уларҙың алтауһы – Спорт көрәше буйынса спорт мәктәбенән, 23-ө – Олимпия резервы спорт мәктәбенән. Улар тарафынан бирелгән аҡсаға алты автомобиль, биш машина һатып алынған һәм ипотека кредитын түләүгә иғәнә итеп индерелгән. ФЕКЕР: Галина РЫЖКИНА, Белорет районы Олимпия резервы спорт мәктәбе директоры: - “Ауыл тренеры” – кәрәкле һәм файҙалы программа. Тренерҙарҙың аҡса алыуы ғына түгел, уларҙың ауыл ерендә кәмендә биш йыл эшләргә тейешле булыуы менән дә отошло. Артабан улар ниндәй эш атҡарғанлығы, тәрбиәләнеүселәрҙе нисек әҙерләүе, ниндәй уңыштарға ҡаҙаныуы тураһында иҫәпләмә бирергә тейеш. Ябай итеп әйткәндә, тренерҙар балаларҙың уңышы менән ҡыҙыҡһына һәм ихлас күңел менән эшләй. Был – районыбыҙҙа күп кеше ҡатнашҡан спорттың үҫешенә булышлыҡ иткән шәп этәргес ярҙам сараһы. Фотолар: Руслан Мостафиндың шәхси архивынан.