11 августа Бүздәк районында ҡот осҡос авария теркәлде. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, урында ике еңел машина – “Лада Приора” һәм “Лада Гранта” бер-бер артлы тракторға барып бәрелгән. Махсус машинаның 58 йәшлек водителе (үҙе зыян күрмәгән) бесән алып ҡайтып барған була. Шулай уҡ тракторҙың габарит фарҙары янмағаны ла билдәле. “КП-Өфө” хәбәр итеүенсә, беренсе еңел машинаның 21 йәшлек водителе тракторҙы һуң ғына күреп ҡала, әммә рулде икенсе яҡҡа бороп өлгөрмәй һәм арбаның уң яғына барып бәрелә. Йәш егет салонда бер үҙе була. Бәрелеш һөҙөмтәһендә водитель етди йәрәхәт алған, ике аяғы ла һынған. Әлегә ул дауаханала. “Приора” артынан барған “Лада Гранта”ла өс кеше ултырған. 21 йәшлек водитель шәп тиҙлектә килеп, тракторға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә ике пассажир – 19 йәшлек ҡыҙ һәм 21 йәшлек егет ваҡиға урынында һәләк була. Был еңел машинаның да водителе шулай уҡ дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, йәш егеттәр һәм ҡыҙ бала саҡтан таныш булған, бер мәктәпкә йөрөгән. Авария бу
Водитель бер нисә минут эсендә яратҡан ҡыҙын һәм иң яҡын дуҫын юғалтҡан...
12 августа 202412 авг 2024
1 мин