Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яҡташыбыҙға - халыҡ-ара премия!

Өфөнөң фән һәм технологиялар университеты профессоры – Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы резиденты Башҡортостан Башлығы гранты буйынса стажировкала уникаль компьютер моделен булдырған. Бының өсөн ул халыҡ-ара премияға лайыҡ булған. Уның алдынғы яҡтылыҡты тойоу дисплейында оптик характеристикалар иҫәпләү ысулы һүрәтте яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Алексей Кудрейконың эштәре халыҡ-ара инженер технология институты ойошмаһының премияһы менән билдәләнгән. Ғалимдың һүҙҙәренә ҡарағанда моделдең нигеҙендә матдәләрҙең параметрҙары ята. Уны артабан химиктар һәм экспериментаторҙар һүрәттең сифатын күтәреү өсөн ҡуллана ала. Уникаль оптик модель электрон ҡағыҙҙың, оптик һаҡланған пленканың, башҡа фотон ҡорамалдарҙың яҡтылыҡ характеристикаһын һүрәтләй. Электрон ҡағыҙ һәм оптик һаҡлау пленкаларының дисплейҙары протатив ҡорамалдарҙа ҡулланыу табасаҡ, бындай дисплейҙар электрон китаптарҙа төрлө мәғлүмәт таблоһында ҡулланыласаҡ. Тикшеренеүҙең авторҙаштары профессор Владимир Чигринов һәм Кристиан Нейтс. Улар менән Алексей Гонгконгта стажировкала Башҡортостан Башлығы гранты буйынса эшләй. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.