Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хәҙер балалар тыштан инмәй

БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ Һуңғы йылдарҙа Белорет ҡалаһында күп фатирлы йорт ихаталары күҙгә күренеп матурая, төҙөкләндерелә, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, былтыр ҡаланың Крупская урамында “Башҡорт ихаталары” проекты сиктәрендә ремонтлау эштәре уңышлы тамамланды. Ысынлап та, был ихата ҙур биләмәне үҙ эсенә ала – уға 44-се, 46-сы, 48-се, 50-се, 52-се, 54-се йорттар ҡарай. Дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метр тәшкил итә. Төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә, заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, шулай уҡ видеокүҙәтеү, яҡтыртыу һәм автомобилдәр өсөн иркен туҡталҡа урындары йыһазландырылған. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар булдырылған һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Белорет районы хакимиәте был йорттарҙа йәшәгән халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып, кәңәшләшеп, проектты тормошҡа ашырған. Ремонт эштәре Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында "Башҡорт ихаталары" республика программаһы сиктәрендә башҡарылған. Был программала ҡатнашыуға ғаризалар бик күп килгән, шуға күрә

БАШҠОРТ ИХАТАЛАРЫ Һуңғы йылдарҙа Белорет ҡалаһында күп фатирлы йорт ихаталары күҙгә күренеп матурая, төҙөкләндерелә, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, былтыр ҡаланың Крупская урамында “Башҡорт ихаталары” проекты сиктәрендә ремонтлау эштәре уңышлы тамамланды. Ысынлап та, был ихата ҙур биләмәне үҙ эсенә ала – уға 44-се, 46-сы, 48-се, 50-се, 52-се, 54-се йорттар ҡарай. Дөйөм майҙаны 22 мең квадрат метр тәшкил итә. Төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә, заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, шулай уҡ видеокүҙәтеү, яҡтыртыу һәм автомобилдәр өсөн иркен туҡталҡа урындары йыһазландырылған. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар булдырылған һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Белорет районы хакимиәте был йорттарҙа йәшәгән халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып, кәңәшләшеп, проектты тормошҡа ашырған. Ремонт эштәре Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында "Башҡорт ихаталары" республика программаһы сиктәрендә башҡарылған. Был программала ҡатнашыуға ғаризалар бик күп килгән, шуға күрә тәү сиратта халыҡ тығыҙ йәшәгән ихата биләмәләрен һайлағандар. Быйыл да ҡаланың Косоротов урамындағы – 9, 9а, 11, шулай уҡ К. Маркс урамындағы 50, 50а, 50б, 52, 54-се күп фатирлы йорттарҙы үҙ эсенә алған биләмәләрҙе комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған. – "Башҡорт ихаталары” республика программаһы Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унда ҡатнашырға теләгән ихаталарҙан ғаризалар күп. Тәү сиратта халыҡ күп йәшәгән ихаталарҙы ремонтларға тырышабыҙ, – тип билдәләне Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республикаға етәкселек итә башлағас та, йәмәғәт киңлектәрен, ихаталарҙы, подъездарҙы ремонтлауға ныҡлы иғтибар йүнәлтте. Уның башланғысы менән төбәктә “Башҡорт ихталары” республика программаһы, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты, күп фатирлы йорттарҙы ремонтлау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Шуны ла әйтергә кәрәк, 2019 йылда Радий Фәрит улының башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Башҡорт ихаталары” программаһы ил буйынса үҙенсәлекле проект тип табылды. Ул асфальт түшәү һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын ҡуйыу кеүек эштәрҙән алып, төҙөкләндереү буйынса бөтә талаптарҙы үҙ эсенә ала. ФЕКЕР Алина ХӘБИӘХМӘТОВА: – Ленин урамында йәшәйем. Беҙҙең ихатаны ла “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса ремонтланылар. Бик ҡәнәғәтбеҙ. Балалар өсөн шәп майҙансыҡ эшләнеләр. Резина түшәлгән майҙансыҡта уйын ҡорамалдары ла, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар ҙа ҡуйылған. Хәҙер балалар тыштан инмәй – рәхәтләнеп уйнай. Йорт алдары ла ремонтланды: ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылды, яңы тротуарҙар түшәлде, автомобилдәр өсөн туҡталҡалар эшләнеләр. Был уңайлыҡҡа яуап итеп, беҙҙең ихатаға ҡараған йорттарҙа йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең подъезд алдарын матурлап тота – йорт алдарын сәскәгә күмделәр. Бөтәһе өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ. Фото: Белорет район хакимиәтенән.