“Беҙ бер туғандар һымаҡ!” ...Дөрөҫөн әйткәндә, уның менән осрашырға алдан уҡ планлаштырғайныҡ, сөнки “Башҡорт” тураһында хатта легендалар ҙа йөрөй. Уның ҡурҡыу белмәҫ яугир икәнлеге хаҡында батальонда беҙҙе оҙатып, һаҡлап йөрөткән “Шаман” да: “Биш тапҡыр яраланды, әммә һәр саҡ яуға атлығып тора!” – тип һөйләп үткәйне. Герой менән осрашыу уның әле генә штрумдан сығып торған мәленә тура килде. Эңер төшөп килгән мәл... Офоҡта – дошман позицияһы торған яҡ. Ошо офоҡто мыҡты кәүҙәһе менән ҡаплап (әйтерһең дә дошман утын ҡаплап), сая ҡарашлы бер яугир тора. Ҡурҡыу белмәҫлеге йөҙөнә сыҡҡан. Уҫал, ҡырыҫыраҡ күренә, шулай ҙа егеттәр менән нимәлер хаҡында шаяртып һөйләшә. Тимәк, башҡорт халҡына хас эске асыҡ донъя һәм саялыҡ бергә үрелгән был яугирҙә. – Бына тора ул үҙе! “Башҡорт”, һине һорайҙар, – шулай тип таныштыра “Шаман” уның менән. Шулай итеп, һыуынып та бөтмәгән тиерлек автоматын һөйәп, һүҙ башлай “Башҡорт”: – Юғалтҡан егеттәребеҙ өсөн кәрәктәрен бирҙек! – тип һөйләй. Ни өсөн юғалтыуҙан башланы тип аптырабыраҡ ҡалам. Әммә артабанғы һүҙҙәр барыһын да урынына ҡуя буғай: – Уларҙың һәр береһе ағай йәки ҡусты һымаҡ ине! Бында ғүмерлек дуҫтар таптым! Беҙ барыбыҙ ҙа бер ғаилә һымаҡ! – күптәрҙән бында иңгә иң терәшеп һуғышҡан яуҙаш менән ғүмерлеккә тоғро дуҫ-юлдашҡа әйләнәһең тигәнде ишеткән бар – “Башҡорт”тоң һүҙҙәре быны тағы бер ҡат иҫбатлап ҡуя. Юғалтҡандарҙы ла онотмайҙар!.. Ни ҡылаһың, һуғыш – һуғыш инде, штурмға барған батальонда юғалтыуҙарһыҙ ҙа булмай... Геройҙың яу юлы хаҡында күберәк яҙырға тырышып, “легендалары” тураһында һүҙ ҡуҙғатам, ләкин ҡайһы яҡтан “барып ҡараһам да”, яугир ныҡлы ҡаршы тора: хәрби серме, башҡортҡа хас ябайлылыҡтыр, бәлки – ләкин батырлыҡтарын урап үтә әңгәмәсем. Аҙ һүҙле тип тә әйткәйнеләр шул. Хәйер, ниңә төпсөнөргә? “Батырлыҡ өсөн” ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков, Шайморатов миҙалдары уның яу юлы тураһында үҙе һөйләй һымаҡ... Олатаһы юлынан Ә бына ни өсөн ҡулына ҡорал алыуы тураһында ихлас, тулы итеп яуап бирә ул, үҙе лә: “Яҙ, уҡыһындар, йәш быуын белһен. Минең улдарым, мәҫәлән, үҙҙәре хәрби хеҙмәткә әҙерләнә, бар тип көсләмәйем, ҡал тип инәлмәйем, үҙҙәре белә. Иң мөһиме, дөрөҫ юлды һайлайҙар тип ҡыуанам”, – ти. – Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Фашистарҙың ҡылған яуызлыҡтары тураһында йыш ҡына һөйләй торғайны. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ғәскәрҙәрҙең нисек итеп ҡыйыу алышҡаны хаҡында ла йыш иҫкә төшөрҙө, – тип бәйән итә “Башҡорт” һайлаған юлын барлап. – Ошо изгелек менән яуызлыҡ көрәшен мин үҙемсә күҙ алында килтерә инем. Хыялда улар һымаҡ батырмын, фашистар менән алышам. Һәм... Бына, инде бер быуатҡа яҡын ваҡыт үткәс, үҙем дә олатайымдың юлын дауам итәм, ул йөрөгән ерҙәрҙә уның эҙҙәренән үтәм. Сөнки фашизм йәнә башын күтәрә. Ысынлап та, батальонда, ғөмүмән махсус хәрби операция зонаһындағы һәр яугир олатаһы юлын ҡабатлай, сөнки ул саҡта ла Ил-йортҡа килгән һынау һәр шәхси йорт ишеген аса. Әле лә бихисап яҡташтар һуғыш яланында һәм әле лә ул саҡтағы һымаҡ башҡорт подразделениелары иң яуаплы, иң батырҙарының береһе һанала! “Беҙ бында Ватан өсөн!” Был, әлбиттә, яугирҙең һүҙҙәре, бергә штурмға ингән егеттәр тураһында ғорурланып һөйләй ул. – Өфөнән бер егет бар беҙҙә. Эшҡыуар. Дөрөҫөн әйткәндә, ул буш торған биналарын ҡуртымға биреп кенә лә бындағы эш хаҡы тиклем килем ала ала, ләкин ул бөгөн яу яланында. Ошонан һуң нисек итеп егеттәр аҡса өсөн килә тип әйтәләрҙер... – күңелендәге рәнйеүҙәрен дә йәшермәй “Башҡорт”. – Әлбиттә, эш хаҡы юғары, яраланған өсөн дә түләүҙәр ҡаралған. Дәүләт үҙ бурысын үтәп килә. Шулай ҙа беҙ бында Ватан өсөн! Фашист артабан үтеп инмәһен өсөн! ...Ошо урында һүҙ тамамлауын белдереп, “Башҡорт” һаубуллашып, китеп тә барҙы. Һорауҙар күп, әммә әле генә яу яланынан сыҡҡан һалдатты туҡтатырға уңайһыҙ. Әңгәмә өҙөлөп ҡалғандай булды... Хәйер, Еңеү менән ҡайтҡас, йәнә осрашып, уны ялғарға, инде “легендалар” тураһында ныҡлы һөйләшергә форсат сығыр, тигән өмөттәр ҡала. Шулай, “Башҡорт”тар тураһында легендалар йөрөй, башҡорттар тураһында легендалар күп. Ата-бабаларыбыҙҙың яугирлек рухы беҙҙең быуында ла йәшәй әле! Рәмил МАНСУРОВ. Махсус хәрби операция биләмәһе. Автор фотоһы.