Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡытайға рапс майы оҙатылды

Башҡортостандағы май һығыу предприятиелары быйылғы ете айҙа 5,5 мең тонна рапс майы экспортланы, тип хәбәр итәләр “Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығында. “Рапс орлоғон эшкәртеп алынған продукцияның төп һатып алыусыһы – Ҡытай. Был ризыҡ майлы һелтегә бай сығанаҡ булып тора һәм уға һорау ҙур”, тиҙәр ведомствола. Дөйөм ауырлығы 5,447 мең тонна булған был үҫемлек майының 257 партияһы “Росселхознадзор”ҙың контроле аша үткән, зарарлы карантин организмдары асыҡланмаған, тимәк, импортер илдең талаптарына яуап бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Лайыҡлы һәм йоғонтоло хеҙмәт һәм эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт “) тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ”.