Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урамдар яңыртыла

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын билдәләр алдынан баш ҡалалағы урамдар яңыртыла. Мәҫәлән, Пушкин урамының Цюрупа урамынан Яңы күпер урамына тиклемге киҫелешендәге йәйәүлеләр йөрөгән өлөшөндә ремонт эштәре бара. Коммунистик, Киров һәм Чернышевский урамдарында барған эштәр – тамамланыу өҫтөндә. Тротуарҙар гранит ташынан һалына. Ҡунаҡтар йөрөйәсәк урамдар, шул иҫәптән ресторандар һәм кафелар берҙәм стилдә буласаҡ. Килешеүҙә барлыҡ пункттар яҙылған, туҡланыу нөктәләре йәйәүлеләр йөрөгән урындар ҡамалмаҫҡа тейеш. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Әйткәндәй, милли проект уртаса етешлектә йәшәгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, уны ипотека файҙаланып һатып алыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы, торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуҙы, шулай уҡ ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреүҙе күҙ уңында тота. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.