Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дүрт проект хуплау тапты

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын һәм ”Социаль контракт нигеҙендә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм аҙ тәьмин ителгән һәм яңғыҙ йәшәгән граждандарға адреслы социаль ярҙам биреү тәртибе тураһында” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекама ҡалаһындағы кадрҙар үҙәгендә АСПК сиктәрендә бизнес-проекттарҙы ҡарау буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Комиссия ағзалары биш проектты ҡараны. Комиссия һайланған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрөнөң көнүҙәклеген, дәғүә итеүсенең һайлаған өлкәлә эшләү тәжрибәһе, профессиональ белеме һәм квалификацияһы булыуын, һатыу баҙарын анализлауҙы һәм тауар/хеҙмәттәр һатыу күләмен, үҙ аҡсаһын һалыуҙы баһаланы. Йәш эшҡыуарҙар араһында бәләкәй бизнесты үҫтереү өсөн иң популяр йүнәлештәр: ир-егеттәр араһында көнкүреш техникаһын ремонтлау, ҡатын-ҡыҙҙар араһында – матурлыҡ һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһе. Ижади кешеләр йышыраҡ креатив индустрияла үҙҙәрен күрһәтә, был өлкәнең социаль-иҡтисади үҫешкә индергән өлөшө йылдан-йыл арта бара. Бөгөн дә комиссияға һайлап алыу турында ҡатнашыусылар эшмәкәрлектең түбәндәге төрҙәрен үҫтереү буйынса бизнес-пландар тәҡдим итте: бөҙрәхана хеҙмәттәрен күрһәтеү, ҡәһүә аппараттарын ҡуйыу, электрон плата һәм микросхемаларҙы, кондиционерҙарҙы һәм көнкүреш техникаһын ремонтлау, риэлтер хеҙмәттәрен күрһәтеү, реклама видеороликтары эшләү. Һөҙөмтәлә дүрт дәғүәсе эшҡыуарлыҡты алып барыуға һәм үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеүгә 350 мең һум күләмендә субсидия аласаҡ. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.