Йылы ерем - Йылайырым, Һағынып ҡайттым тағын! Ошо көндәрҙә күптәрҙең яратҡан йырсыһы Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовҡа 88 йәш тулған булыр ине. Юғары квалификациялы журналист, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы халыҡ күңелендә үлемһеҙ йырҙары менән уйылып ҡалған. Ҡабатланмаҫ моң эйәһенең ижади мираҫын пропагандалау маҡсатында уның тыуған яғы Йылайыр районының Юлдыбай ауылында асыҡ фестиваль ойоштороласаҡ. Йырсының яҡты иҫтәлегенә арналған асыҡ фестиваль сиктәрендә башҡорт йырына ҡыҙыҡһыныуҙы асыҡлау, таратыу, дәртләндереү ниәте менән конкурс үткәреү ҡаралған. Сарала 16 йәштән өлкән булған йырсылар ҡатнаша ала. Бер башҡарыусынан йырҙар һаны сикләнмәгән. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347 52) 2-16-73, 2-13-31, ғаризалар өсөн электрон адресы: metod_zilair_ok@mail.ru Фестиваль 17 августа Юлдыбай ауылындағы Ҡурай һәйкәле янында 20:00 сәғәттә башлана. Тамашала Йылайыр районының һәм республикабыҙҙың билдәле сәхнә йондоҙҙары, яҙыусылары ҡатнашасаҡ. Проект авторҙары – Баш
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовҡа 88 йәш тулған булыр ине
12 августа 202412 авг 2024
1
1 мин