Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Фән күгендә яҡты йондоҙ ҡалҡты

- "Үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул булыр", тиҙәр халыҡта. Мәләүез районының Ҡотлобулат ауылында күп балалы ғаиләлә үҫтем, 13 бала араһында мин - туғыҙынсыһы. Атайым Тимерйән Иҙрис улы Вахитов “Ленин” колхозында бухгалтер булып эшләне, әсәйебеҙ Фатима-Рәйхана Фазлетдин ҡыҙы йорт усағын һаҡланы. Беҙҙең өсөн уҡыу гел беренсе урында ине. Бер юлы мәктәпкә алты бала бара инек. Һәр беребеҙҙең өҫ кейеме таҙа, бөхтә булғанлығын уҡытыусылар башҡаларға гел өлгө итеп ҡуя торғайны, - тип Фәрҙиә апай ата-әсәһенән алған тәрбиәне иҫенә төшөрҙө. Раҫкилдиндар өс балаға ғүмер бирә. - Балаларға ваҡытында, башланғыс класта, дәрес әҙерләшергә ярҙам итмәһәң, белем бирмәһәң, һуң була. Аҙаҡтан мәктәп программаһын үҙләштереү ауырға төшә. Балаларыбыҙ үҙҙәрен тәрбиәләне, беҙ дисциплина, пунктуаллек талап иттек. Ваҡытында уҡынылар, ваҡытында ятып йоҡланылар. Бер эште башлаһаң, аҙағына сығарып бөтөрөп ҡуйырға кәрәклекте аңлатып, яуаплылыҡ тәрбиәләп үҫтерҙек. Эште урынына еткермәһәләр, аҙаҡтан тамамлап ҡуйырға ҡуша инек. Һәр баланың үҙ бүлмәһе, өҫтәле булды, уҡыған саҡта былар ҙур роль уйнай, - тип иҫләй Раҫкилдиндар. Көнкүреш йортондағы трикотаж цехында бәйләүсе, аҙаҡ техник бүлек контролеры, бригадир булып эшләгән Фәрҙиә апай, төпсөктәре Рөстәм уҡырға төшкәс, балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Гөлнара ҡыҙҙары 8-се мәктәпкә уҡырға бара. Уҡыуҙағы уңыштары гел Маҡтау билдәһе менән билдәләнә. Химия фәненән олимпиадаларҙа ҡатнаша, әйтергә кәрәк, уҡытыусыһы Валентина Анатольевна Ермакова ҡыҙҙың һәләтен алдан күреп, уны ваҡытында үҫтергән. - Ҙур ҡыҙыбыҙ Зөлфиә лә, Гөлнара ла мәктәпте яҡшы күрһәткестәр менән тамамланы. 10-сы класта бер фәндән генә дүртле сыҡты. Ҡыҙыбыҙ илап ҡайтты, уҡытыусы кәмһетеп ҡуйған баһа тормошта юғарыраҡ үрҙәр яуларға этәргес көс булғандыр, - ти Фәрҙиә ханым. Буласаҡ ғалимә Зөлфиә апаһы артынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының биология-химия факультетына уҡырға инә. Президент стипендияһы алып уҡый. Шунда уҡыған осорҙа ныҡышмал ҡыҙ белемен үҫтереү өҫтөндә эшләй: бухгалтерлыҡ, инглиз теле буйынса курстар тамамлай. Ял көндәрендә промоутер, репетитор булараҡ үҙен һынай. Юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлағас, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған ҡыҙ икенсе көнөнә Америка Ҡушма Штатарына аҡса эшләү уйы менән оса. Вашингтонда йәшәргә урынлаша, өс ай аш-һыу, кухня тирәһендә эшләй, шул арала Өфө нефть-техник университетында аспирантурала уҡыу тураһында белешә. Профессор Семен Злотский уның инглиз телен белеүенә баҫым яһай. Өфөгә ҡайтыу менән Гөлнараны тәржемәсе итеп тәғәйенләйҙәр, йәш белгес сит ил делегацияһын ҡала менән таныштыра, ә Семен Соломонович йәш ғалимәнең остазына әйләнә. - Ҡурҡмай сит илгә сығып китеүен иҫкә төшөрһәң, йөрәк “жыу” итеп китә. Әл дә изгелекле кешеләр осрап тора. Ҡайҙа йөрөһә лә, Хызыр Ильяс юлдаш булһын тибеҙ, - Фәрҙиә апайҙың ҡыуанып та, ғорурланып та ҡыҙы тураһында һөйләгәнен тыңлап, атай-әсәй өсөн иң ҙур бәхет – балаларыңдың тормошта үҙ урынын табыуы, тигән фекерем нығына. 2010 йылда Гөлнара Өфө дәүләт нефть-техник университетына аспирантураға уҡырға инә. 2013 йылда органик химия һәм нефтехимия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шул уҡ йылдарҙа уҡыу йорто кафедраһында уҡытыу эшен башлай. Рәсәй һәм донъя кимәлендәге конференцияларҙа, форумдарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Гөлнара Раҫкилдинаның емешле хеҙмәте төрлө кимәлдәге наградалар менән билдәләнгән. 2013 йылда ул БР Президенты стипендияһына лайыҡ була. ”У.М.Н.И.К” программаһында еңеү яулай. 2014-2015 йылда РФ Президенты стипендиаты булып таныла һәм башҡа бихисап еңеүҙәр яулай. Йәш ғалимә һәр саҡ эҙләнеү юлында: белемен ил һәм донъя кимәлендәге университеттағы төрлө курстарҙа камиллаштыра, стажировкалар үтә, үҙаллы шөғөлләнә, сит ил студенттарына бер нисә фәндән белем бирә. Уның етәкселегендә биш аспирант кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. - Белем алмаһағыҙ, үҙегеҙ теләгән эш менән түгел, ҡулығыҙҙан килгәне менән шөғөлләнәсәкһегеҙ. Киләсәктә ҡара эш һайларһығыҙмы, әллә ғилем юлынан китерһегеҙме – һеҙҙең ихтыярҙа, тинек. Һәммәһе лә белем алырға өлгәште. Һәр береһе өсөн ғорурланабыҙ, – тине Башҡортостандағы иң йәш ғалимәһе, профессор Гөлнара Раҫкилдинаның ата-әсәһе. ФЕКЕР Максим ЗАБЕЛИН, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе: - Өфө дәүләт нефть-техник университетының иң йәш химия фәндәре докторы, профессор Гөлнара Раҫкилдина етәкләгән “Яңы энергетика” йүнәлешле яңы йәштәр лабораторияһы проекты 18 миллион һумлыҡ федераль грант отто. “Фән һәм университеттар” проекты сиктәрендәге был фәнни лаборатория беҙҙең йәш ғалимдарыбыҙҙың идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Грант тикшереүҙәр алып барыу өсөн генә ҡулланылмаясаҡ, заманса фәнни ҡорамал һатып алыуға, һәләтле белгестәр йәлеп итеүгә, алдынғы академия үҙәктәрендә фәнни-тикшеренеү стажировкаларында булырға ла мөмкинлек бирәсәк. ӘЙТКӘНДӘЙ 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса рейтингта Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. “2022 йылда беҙ тәү тапҡыр фәнни стажировкаларға, йәш ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса бүлдек”, – тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап. Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ғилми башланғыстарына ярҙам итеү маҡсатында 450 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ике йылға иҫәпләнгән проектын тормошҡа ашырыу өсөн аспиранттар – 500 мең һум, фән кандидаттары 1 миллион һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Ә инде танылған фән эшмәкәрҙәре, эксперттар ҡатнашлығында лабораториялар ойоштороу һәм эшләтеп ебәреүгә ҡоролған өс йыллыҡ проекттарға йыл һайын 25 миллион һумға торошло эре гранттар бирелә.