АУЫЛ ТОРМОШО ҺӘМ ФЕРМЕРЛЫҠ Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар бүлә. Ауыл хужалығы эш урындары һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам төрҙәре, гранттар, субсидиялар һәм ташламалар бар. Төбәк һөҙөмтәлеген һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыу өсөн агросәнәғәт комплексын эҙмә-эҙлекле яңырта. Райондарҙа ла төрлө формала үҙ эшен асҡан йүнселдәр ярҙам сараларынан файҙаланып ҡалырға тырыша. Йүнселдәр ҙә, үҙ нәүбәтендә, республика үҫешенә тос өлөш индерә. Ниндәй генә ауылға барма, тыуған төйәгендә төпләнеп, үҙ эшен асҡан йүнселдәрҙе осратырға тура килә. Тап улар – ауылдың тотҡаһы, ышанысы һәм терәге. Шундай эшҡыуарҙарҙың береһе Йылайыр районының иң төпкөл ауылы Ашҡаҙарҙа йәшәй. Гөләндәм менән Вәкил Ураҡовтар эшҡыуарлыҡҡа байтаҡ һынауҙар һәм ауырлыҡтар аша килгән. Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы ҡыҙы Гөләндәм Вәлиәхмәт ҡыҙы 2000 йылда Ашҡаҙар мәктәбенә эшкә килә. Йәш уҡытыусыға тәү күргәндә үк ауылдың иң шәп егете Вәкил Фазылйән улы ғашиҡ була. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2001 йылда ике районды шаулатып туй үткәрә. Тағы ла бер йылдан тормоштарына йәм өҫтәп ҡыҙҙары Айгүзәл донъяға килә, аҙаҡ улдары Инсаф тыуа. 10 йылға яҡын ҡәйнәһе Хәбирә инәй менән татыулыҡта ғүмер кисерә улар. Балаларын тәрбиәләшкән, йорттарына күҙ–ҡолаҡ булған ҡәйнәһен әле лә йылы хәтирәләр менән телгә ала килене. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетын тамамларға ла ваҡыт таба Гөләндән Ураҡова. Ғаилә бәхеттәренә төрөнөп, балалар үҫтереп, ауылда эшләп йөрөгән саҡта ҡапыл мәктәп ябыла, ҡәйнәләре вафат була. Ураҡовтар үҙ–ара кәңәшләшеп, балалар бәләкәй, уларҙы уҡытырға кәрәк, тигән уй менән Сибай ҡалаһына күсеп китә. Тиҙ арала кәртәләге мал һатыла, ҡош-ҡорт һуйыла, йортҡа йоҙаҡ эленә. Дәрттәре ташып торған йәштәргә ҡала ерендә фатиры ла, эше лә табыла, әммә күңелдәре нисектер ҡала тормошонан тынғылыҡ тапмай, уның шау-шыуына өйрәнеп китә алмай ғазаплана. Бигерәк тә иренең тәрән итеп уфтаныуҙары йышая төшкәс, уҡыу йылы тамамланғас, Гөләндәм Вәлиәхмәт ҡыҙы уратып ҡына кире ауылға ҡайтыу хаҡында һүҙ башлай. Һәм ни күрә: иренең йөҙө асыла төшә, яурындары турая һәм хыялдарын һә тигәнсә теҙеп тә сыға. Ауылда үҙ эшен асып, мал көтөп йәшәргә теләген аңлаған ҡатыны яңынан ауылға ҡайтырға теләк белдерә. Барҙы бер көндә тотонорға мөмкин булһа ла, юҡты ҡайтанан туплап алыу еңелдән булмай. Буш торған кәртәгә биш һарыҡ, бер быҙау һатып алалар. Аҡрынлап, ауылда һәүетемсә генә ҡайтанан тормошон ҡора улар. Хужабикә күрше Һабыр урта мәктәбенә йөрөп эшләргә өйрәнә, балалары мәктәпкә бара, ғаилә башлығы үҙ эшен асыу тураһында хыяллана башлай. 2014 йылда Ураҡовтар крәҫтиән (фермер) хужалығы булдыра һәм Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының “Йәш эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, грантҡа лайыҡ була. Ғаилә һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнергә уйлай һәм 1 миллион 500 мең һум дәүләт ярҙамына Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл ауылынан һарыҡтар һатып ала. Шулай итеп, ваҡ малды 350 башҡа еткерә улар. — Һарыҡсылыҡ еңел эш түгел, әммә беҙең ауылда иң ҡулайлыһы ине. Башта һарыҡтарҙы үҙебеҙ көттөк, аҙаҡ көтөүсе ялларға тура килде. Ҡорбанға күп алдылар, табышлы кәсеп, – ти Вәкил Фазылйән улы. Өлгәшеүҙәр менән туҡтап ҡала торғандарҙан түгел Ураҡовтар. Күп тә үтмәй пилорама асып ебәреп, Йылайыр һәм Хәйбулла район халҡын таҡта менән тәьмин итә, заказ буйынса уҫаҡтан мунса буралары бурай. Әле лә был эш дауам итә, ямғырҙар ғына бер аҙ тотҡарлыҡ тыуҙырған, сөнки урманға диләнкәгә барыуы бер аҙ мәшәҡәтлерәк. “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы республикала кооперация йүнәлешенең үҫешенә этәргес көс була һәм 2019 йылда Ураҡовтар “Ашҡаҙар Ит” кооперативы төҙөй. Бизнес–пландарын уңышлы яҡлағандан һуң 3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға ирешәләр һәм ауылдан ситтәрәк мал һуйыу цехы төҙөйҙәр. Шулай уҡ ауыл ерендә иң кәрәк булған “Беларус” тракторы һатып алына. Ҡасандыр ферманан ҡалған ташландыҡ бинаны ремонтлап, малдарҙы ҡуйыу өсөн урындар эшләнә. Бөгөн ауыл уңғандары ит йүнәлешендә махсуслашҡан һәм халыҡҡа ит продукцияһы тәҡдим итә. Уңған хужабикә барыһына ла өлгөрә: һәр көн һыйырҙарын һауып, уның ағын эшкәртә. Ҡоротон, аҡ һәм ҡыҙыл эремсеген, май-ҡаймағын һатып ебәрә. — Иренмәһәң, ауылда бына тигән итеп, етеш йәшәргә була. Дәүләт ярҙамы ла тәүләп эш башлауға ҙур этәргес бирә. Күптәр ниндәйҙер кәсепкә тотона ла килеп сыҡмаһа, ташлауҙы хуп күрә. Мин эш башлаусыларға шуны әйтер инем: тәүге өс–биш йылда табыш алыуға өмөт итмәгеҙ, аҡрынлап, эшеңде яйлап эшләп кенә аҙаҡ табыш алыуға сығаһың. Бер нимә лә тиҙ һәм еңел булмай, уның өсөн бер нисә йылдың үтеүе лә мөмкин, әммә алдыңа ҡуйған маҡсатыңа өлгәшергә кәрәк. Икенсенән, яуланған уңышыңа ҡыуанып ултырырға кәрәкмәй, артабан атларға, яңы артылыштар яуларға әҙер булыу мотлаҡ. Бер нисә тармаҡта эш алып барыу ҙа отошло,– ти кооператив башлығы Гөләндәм Вәлиәхмәт ҡыҙы. Әле Ашҡаҙар уңғандары ит ризыҡтарын етештереү цехы асырға хыяллана. Сифатлы һәм хәләл иттән әҙерләнгән кәтлит, тефтель, билмән, яңы ғына үткәрелгән фаршты һораусылар әле үк бар. Тимәк, халыҡта һорау бар икән, уларҙың теләген тормошҡа ашырыу - эшҡыуарҙарҙың бурысы. Фермерҙар етештергән ит һәм һөт ризыҡтарын Йылайыр, Хәйбулла райондарында һәм Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ҙур һорау менән һатып ала. Ауылдың тотҡаһы – эшҡыуарҙар. Ысынлап та, ауылда үткән барлыҡ сараларҙы, байрамдарҙы Ураҡовтар күмәкләшеп үткәрә, үҙҙәре үк бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Ҡыш көнө юлдарҙы таҙартыу, яҙын–көҙөн өмәләр ойоштору ҙа - улар иңендә. Әле уңған ғаилә яңы йорт төҙөй башлаған, ата-әсәһенә Айгүзәл менән Инсаф та ярҙамлаша. Айгүзәл Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетын тамамлап, агроном-химик һөнәренә эйә булып, ошо өлкәлә эш башлаған, магистратурала белем алыуын дауам итә. Инсаф быйыл унынсы класҡа бара. Көндәлек ауыл тормошонан бер аҙ арынып, ял итергә лә өлгөрә улар: ғаилә менән Башҡортостандың матур урындарында булырға, сәйәхәт итергә яраталар. Күренеүенсә, дәүләт ярҙамы булмаһа, үҙ эшен асҡан ауыл уңғандарына бер аҙ ауырға тура килер ине. ФЕКЕР Фәриҙә Мәжитова, Ырымбурҙан ялға ҡайтҡан. – Йыл һайын йәйгеһен ауылда әҙерләнгән һөт ризыҡтарын күпләп алам. Бигерәк тә ауыл майын яратам, уны август айында һатып алырға тырышам, сөнки тап ошо айҙа май тәмле һәм сифатлы була. Ҡышҡылыҡҡа һуғымды ла Ашҡаҙар уңғандары Ураҡовтарҙан алам һәм бер ваҡытта ла үкенгәнем юҡ. Автор фотолары.