МӘҘӘНИӘТ Башҡортостан халҡы сәнғәтте ярата, талантлы кешеләре лә иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Шуғалыр ҙа, мәҙәни сараларға йөрөгән халыҡ һаны буйынса ла республикабыҙ Рәсәйҙә иң алдынғылар рәтендә бара. Ғөмүмән, был тармаҡ республикабыҙҙа йылдам үҫешә, өр-яңы проекттар менән байытыла. Бындай ыңғай күренештәрҙең дәүләт булышлығынан тыш килеп сыға алмаҫы һәр кемгә асыҡ. Шатлыҡҡа күрә, республика етәксеһе халыҡтың күңел ихтыяждарын ҡәнәғәтәндерер тармаҡҡа даими иғтибар күрһәтә, уның шәхси башланғыстары әллә күпме яҡшы үҙгәрешкә нигеҙ һалды. Ауыл мәҙәниәтенә ҡағылышлы ул: “Мәҙәниәт йорттары буйынса артабанғы эштәрҙе әүҙемләштерергә кәрәк, улар төрлө хәлдә”, – тигәйне. Һәм был эш, ысынлап та, дауам итә, клубтар яңыра, улар заманса төҫ ала бара. Салауат районының Мөрсәлим ауылы ла – быға сағыу дәлил. Кино сәнғәте булһынмы, йырмы, бейеүме, театр сәнғәте һәм башҡаларымы – республикабыҙҙа мәҙәниәт тармағының бер йүнәлеше лә ярҙамһыҙ ҡалдырылмай. Яңынан-яңы мәҙәни объекттар асыла, иҫкеләре төҙөкләндерелә, с