Рәсәй эстрадаһының популяр йырсыһы, алып барыусы Алһыу Сафина (Алсу) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы видеояҙма менән уртаҡлашты. Һуңғы йылдарҙа үҙенең ижады аша башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен донъя кимәлендә танытыуға ҙур өлөш индергән ватандашыбыҙҙың тамырҙары– Башҡортостандың Илеш районынан. Был видеояҙманы Алһыу яңы фотопроектта ҡатнашыуы менән аңлатҡан. "Был минең өсөн ҙур хөрмәт!" тип яҙған йырсы. Ул шулай уҡ әлеге фотопроектта ҡатнашыуы менән бала сағы үткән Башҡортостанға һөйөүен белдерергә теләгән. Алһыу Сафина ҡатнашҡан был фотопроекттың авторы - Екатерина Рождественская. "Өфөгә һөйөү менән!" тип аталған проект баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына бағышлана. Нисек, оҡшаймы һеҙгә йырсы ошо образда? Беҙҙеңсә, бик матур! Сығанаҡ: "Силәбе өлкәһе башҡорттары" төркөмө (https://vk.com/uralym)