Махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәр генә түгел, уларҙың яҡындары, ғаиләләре, ата-әсәләре лә был осорҙа терәк-таянысҡа мохтаж. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәргә бындай ярҙамға ихтыяж тойола. Ишембай районынының Һайран ауыл биләмәһендә лә һалдаттарҙың ғаиләләрен хәстәрләйҙәр. Бесән, утын менән менән генә түгел, кәрәк саҡта ҡойма буяу, үлән сабыу кеүек эштәрҙә лә ярҙам ҡулы һуҙалар. Яңы Әптек ауылынан Юлиә Зәйнуллинаның тормош иптәше хәҙер инде ике йылға яҡын махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ике тапҡыр ялға ҡайтып киткән, ләкин ғаилә башлығының өйҙә кәрәклеге көн һайын тойола. – Былтыр ярҙам итеп ике тапҡыр утын килтерҙеләр. Ауыл ерендә утынһыҙ булмай. Байрам һайын ҡотлап аҙыҡ-түлек тупланмалары тараталар. Онотмағас, хәстәрлек күрһәткәс, әлбиттә, күңел була. Ирем менән ике ул үҫтерәбеҙ. Өлкәне быйыл III класҡа, кесеһе I класҡа бара. Атайҙары махсус хәрби операцияла булғас, улар миңә терәк булырға тырыша. Нимә ҡушһам, эшләйҙәр. Өлкәне һыу ҙа ташып ҡуя, мунсаны ла яғып