Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эшләй башлау менән республикала эске туризмды үҫтереүгә бәйле хәлде киҫкен тип атаны. Ул проблеманы тейешле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырырға хәл ителде. Әлбиттә, тәүҙә пандемия ваҡытында финанслауҙы киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡайтанан бүлеү менән ҡыйынлыҡтар булды, әле иһә ҙур сығымдар талап иткән махсус хәрби операция бара. Шуға ҡарамаҫтан, туристик йүнәлеш өҫтөнлөклөләрҙең береһе һанала, сөнки Башҡортостанды белергә, бында ял итергә килергә тейештәр. Туризмды үҫтереү – ул республиканың киләсәгенә инвестициялар һәм әленән эш урындары булдырыу. Республикала туризмды үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлығында ойошторолған Башҡортостанда оҙон ғүмер, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы булышлыҡ итә. Тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, әлбиттә, республика туристик ағым үҫеше билдәләнгән төбәктәр исемлегенә инде. Төбәгебеҙҙең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабан да ыңғай динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителгән. Республика туризм өлкәһендәге инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы ҡоралдар булдыра. Инвестиция сәғәттәре барышында яңы проекттар ҡарала һәм эшөыуарҙарға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Туризм үҫеше бөтә тармаҡтарға ла (төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм башҡалар) мультипликатив һөҙөмтә бирә. Матурҙар ҙа, батырҙар ҙа, балалар ҙа яратып ял итә Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда туристик объекттар күҙгә күренеп үҫә башланы. Беҙ яңыраҡ шуларҙың береһе – Иглин районында урынлашҡан “Терра” этнопаркында булып, бындағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡайттыҡ. Өфөнән 60 километр алыҫлыҡта һәм М5 трассаһына яҡын урынлашҡан был туристик объект тәбиғәттең хозур урынын биләй. 159 гектарлыҡ иркен урында нимәләр генә юҡ. Ғаилә ялы өсөн 10 глэмпинг һәм ҡуныу мөмкинлеге булған ике ҡатлы өс мунса бар. Улар янына һуңғы ваҡытта модала булған чандар ҡуйылған. Этно стилдә ял итергә теләгәндәрҙе “Башҡорт биләмәһе” көтә. Бында ун тирмә һәм шулай уҡ глэмпингтар бар. Туристарға бөтә уңайлыҡтары булған тирмәләрҙә йәшәү мөмкинлеге бирелә. Ә экзотика яратыусыларҙы “Индеецтар ауылы” көтә. Бында, аңлашылыуынса, балалар ял итә. Беҙҙе тап ошо ауылда этнопарктың идарасыһы Руслан Курмаев һәм балалар ҡаршы алды. Мәктәп уҡыусылары өсөн бында йәйге лагерь ойошторолған. Улар элек индеецтар йәшәгән тирмәләр – типиларҙа көн итә. Һәр типи өс урынға иҫәпләнгән, эсендә уңайлы карауаттар ҡуйылған. Балалар бында индеецтар кейемендә йөрөй, уларҙың баш кейемдәрен эшләп кейә, уларҙың традицион әйберҙәрен (ловец снов һәм башҡалар) эшләргә өйрәнә. Лагерь булғас, был ялдың бөтә шаярыуҙары ла үтәлә. Иртән тороуға кемделер йә теш пастаһына буяйҙар, кемделер постеленә ҡуша тегеп ҡуялар. Әлбиттә, үпкәләш юҡ – ялдың ҡыҙығы шунда бит. Балалар көнөнә биш тапҡыр туҡлана. Ә иң ҡыҙығы – аттар. Көн һайын балалар сиратлап атта йөрөй. Әйткәндәй, башҡорт тоҡомло аттар тыныс һәм балаларҙы ярата. “Мин был лагерға икенсе йыл киләм. Үҙем Өфөлә йәшәйем, 7-се класты тамамланым. Иң оҡшағаны - аттар һәм типиҙа йәшәү. Иң яратҡан аттарым - Пегас, Ураган һәм Воля. Улар мине тыңлап ҡына йөрөй. Дөйөм алғанда, биләмә бик ҙур, күңел асыу, ялды файҙалы үткәреү өсөн бөтә шарттар бар. Икенсе йыл да мотлаҡ киләсәкмен”, – тине Өфөнән Злата исемле ҡыҙ. Янында торған әхирәте Самира ла беҙҙең һөйләшеүгә ҡушылды. Баҡһаң, уның атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнаша һәм лагерҙа ял итеү уның өсөн тулыһынса бушлай икән. – Индеецтарҙың баш кейемдәрен эшләп өйрәндек. Шулай уҡ уларҙың традицион аҙыҡтарын бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә, уларҙы ут яғып әҙерләйбеҙ. Уҡ атып ҡараным. Иң мөһиме – һыбай йөрөргә өйрәндем. Ураганды яратам, ул мине тыңлай, шул тиклем аҡыллы малҡай, – ти баш ҡаланың 93-сө лицейында уҡыған ҡыҙ. Балалар өсөн тағы бер ҡыҙыҡлы локация – төрлө йәнлектәр һәм экзотик ҡоштар урынлашҡан майҙансыҡ. Бында ҡуяндар, бәләкәй йәнлектәр, кәзәләр, һарыҡтар һәм башҡалар бар. Этнопаркка теләгән бер кеше килә ала. Бының өсөн уңайлы бер көнлөк турҙар ойошторолған. Уларҙың һаны унға барып етә, халыҡ араһында иң популярҙары – “Тур для матур” һәм “Тур для пацанов”. – “Тур для матур” һәм “Тур для пацанов” кеүек комплекслы турҙар бар, – ти Руслан Курмаев. – Улар беҙҙә иң популяр турҙар. Унда аттар ҙа, ҡаргиҙәр ҙә инә, тәмле итеп ашаталар, тамаша күрһәтәләр, хатта мунса яғып ебәрәләр, һәм кире алып ҡайтып ҡуялар. Беҙгә килеп етеүе еңел, һәр кемгә навигацияны ебәрәбеҙ. Комплекслы турҙар һатып алырға теләүселәр өсөн улар Өфө ҡалаһының Совет майҙанындағы туристик-мәғлүмәт үҙәктәрендә, Каруанһарайҙа һәм “Ҡашҡаҙан” паркында һатыла. Бында туристарға атта һәм ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙән тыш рус мунсаһы, сәләмәт аҙыҡтан һәм, әлбиттә, һарыҡ итенән әҙерләнгән шашлыҡтан ашамлыҡтар, шулай уҡ төрлө күңел асыу саралары тәҡдим ителә, Улар араһында боронғо “Ауҙарыш” күрһәтмә башҡорт уйыны, “Көрәш” билбау көрәше һәм атта йөрөү ҡатнашмаһы бар. Бынан тыш, бер яҡ ситтә умарталар урынлашҡан. Бында умарта балы ла, солоҡ балы ла бар. Теләгәндәр апитерапия сеансын ала, бал ҡорттары менән дауалана, тәмле балды ауыҙ итә. Тағы бер үҙенсәлектәре – үҙ баҡсалары. Унда картуф, һуған, һарымһаҡ, еләк-емеш, төрлө йәшелсә ултыртыла. Бер өлөшө ҡунаҡтарҙы һыйлауға китһә, ҡалғанын һатып аҡса эшләйҙар. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.