Иглин районында юғалған малайҙар табылды. Кисә Иглин районының Оло Ҡарамалы ауылынан 2011 һәм 2012 йылғы ике дуҫ бәшмәк йыйыу өсөн урманға юлланған була. Бәшмәк йыйыу менән мауығып, малайҙар ориентирҙы юғалта һәм урмандан үҙаллы сыға алмай. Борсолған туғандары балаларын үҙаллы табырға тырыша, әммә таба алмай. Балаларҙы эҙләүҙә Башҡортостандандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, «Балаларҙы һәм өлкәндәрҙе эҙләү», «Лиза Алерт», «Барс» кинологтары менән ирекмәндәр ойошмалары һәм битараф булмаған урындағы халыҡ ҡатнашҡан. Бөгөн урманда балаларҙы "Лиза Алерт" ирекмәндәр ойошмаһы кинологы табып ала, малайҙар урманға киткән урындан яҡынса ике саҡырым алыҫлыҡта булған. Балалар өшөгән, хәлһеҙләнгән, әммә тере, ә был - иң мөһиме! Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ һәм өлкәндәрҙе оҙатыуһыҙ урманға ебәрмәгеҙ. Һаҡлыҡ сараларын үтәү һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлап ҡалырға