Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы "Башҡортостан Республикаһының бизнесы һәм инвестициялары" порталында эшҡыуарҙар араһында һорау алыу үткәрҙе. Тикшеренеү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, сауҙалашыу аша ер участкаларын ҡуртымға алыу өсөн кәрәкле уртаса ваҡыт 14,2 процентҡа кәмегән. 2023 йылдың икенсе кварталында был процесс уртаса 31,06 көн дауам иткән, ә 2024 йылдың икенсе кварталында 26,63 көн. 2023 йылдың икенсе кварталында 23,47 көн һәм 2024 йылдың икенсе кварталында 23,57 көн сауҙа үткәрмәйенсә ер участкаһы алыу үҙгәрешһеҙ ҡалған. – Һорау алыуҙар ярҙамында ғариза биреүселәрҙең ҡәнәғәтлеген баһаларға, шулай уҡ эшҡыуарҙарға осраған төп ауырлыҡтарҙы билдәләргә һәм уларҙы хәл итеү өсөн саралар әҙерләргә мөмкин, – тип аңлатма бирҙе Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская. – Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара: уҙған йылдың авгусында улар 95-кә яҡын ине, ә быйыл 130 тирәһе. Бындай ҙур кимәлдәге һайлау объектив һөҙөмтәләргә килтерә. Был, үҙси